Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь , 18:20

Яҡшы кәйефтә булыр өсөн нимә ашарға?

Ас кешенең асыуы яман, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер.

Ғалимдар асыҡлауынса, беҙҙең кәйефебеҙ нимә ашауыбыҙҙан тора. Юҡҡа ғына диетала ултырған кеше асыулы, уҫал булып күренмәй бит. Ас кешенең асыуы яман, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Әммә туҡтауһыҙ ашанып тороп та насар кәйефтә йөрөргә мөмкин икән. Күпселек тәм-том, фастфуд менән туҡланыусылар депрессияға тиҙ бирелә, ти белгестәр. Шулай булғас, беҙҙең һәр беребеҙ өсөн иң яҡшыһы – дөрөҫ туҡланыу, туҡлыҡлы матдәләргә бай ризыҡтарҙы ғына ҡулланыу.

ЙОГУРТ

Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенә файҙалы микрофлораһы үҙебеҙҙе нисек хис итеүебеҙгә генә түгел, ә баш мейеһенең сәләмәт эшләүенә лә йоғонто яһай. Шуның өсөн йогурт ашарға тәҡдим ителә.

СКУМБРИЯ БАЛЫҒЫ

Майлы балыҡ организмға депрессия менән көрәшергә ике ысул менән ярҙам итә: баш мейеһе өсөн омега-3 майлы кислота менән тәьмин итә һәм D витамины менән иммунитетты нығыта.

КӘБЕҪТӘ ҺӘМ ҠУҘҒАЛАҠ

Ғалимдар баш мейеһенең эшмәкәрлегенә ҙур йоғонто яһай торған 12 файҙалы элементты өйрәнгән һәм кәбеҫтә менән ҡуҙғалаҡта иң күп ҡиммәтле ингредиенттар барлығын асыҡлаған. Улар әйтеүенсә, был йәшелсәләр С витаминына һәм фолий кислотаһына бай.

ҺЫЙЫР БАУЫРЫ, ЙОМОРТҠА ҺӘМ КҮРКӘ ИТЕ

Был өс аҙыҡты нимә берләштерә тиһегеҙме? Былар – В12 витаминына бай ризыҡтар. Күп ваҡыт вегетариандар әлеге витаминдың етмәүенән йонсой. Сәләмәт психика өсөн һыйыр бауырын, күркә итен һәм йомортҡаны йыш ашарға тырышырға кәрәк.

ЙӘШЕЛ СӘЙ

Йәшел сәйҙе күп кеше ябығыр өсөн эсә. Был файҙалы эсемлек матдәләр алмашын тиҙләтә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын азат итә, яман шештең барлыҡҡа килеүен кәметә һәм психик ауырыуҙар барлыҡҡа килеүен киҫәтә.

Яҡшы кәйефтә булыр өсөн нимә ашарға?
Автор:Разинә Зайнетдинова