Шоңҡар
+11 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь , 12:30

ЗЕБРА КЕКСЫ

Һеҙҙең иғтибарығыҙға анһат ҡына бешерелгән "ЗЕБРА" кексының 3 вариантын тәҡдим итәм. Һәр ҡайһыһы ла уңышлы бешә, тикшереп ҡараным! #Уңған_килендән_рецепттар#рецепты_от_Унган_килен

ЗЕБРА КЕКСЫ

ЗЕБРА КЕКСЫ


Һөт менән:
????3 йомортҡа
????1 стакан шәкәр
????1 стакан һөт
????0,5 стакан көнбағыш майы
????1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (йәки аш содаһы+уксус)
????1,5-2 стакан он
????2-3 аш ҡалағы какао

 


Кефир менән:
????3 йомортҡа
????1 стакан шәкәр
????1 стакан кефир
????0,5 стакан көнбағыш майы, йәки 100 г аҡ май
????1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (йәки аш содаһы+уксус)
????1,5-2 стакан он
????2-3 аш ҡалағы какао

 



Ҡаймаҡ менән:
????3 йомортҡа
????1 стакан шәкәр
????1 стакан ҡаймаҡ (20%)
????1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (йәки аш содаһы+уксус)
????1,5-2 стакан он
????2-3 аш ҡалағы какао

*1 стакан - 200 г
✔ бөтә ингредиенттар ҙа бүлмә температураһында

1️⃣ Йомортҡаларҙы шәкәр менән туғырға.
2️⃣ Һөт+көнбағыш майы (йә кефир + май, йә ҡаймаҡ) өҫтәп, яҡшылап болғатырға.
3️⃣ Ҡамыр йомшартҡыс менән ондо иләк аша үткәреп, ҡуйырғансы болғатырға (аш содаһын һалһағыҙ, һеркә менән һүндерергә)
4️⃣ Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, береһенә какао өҫтәп болғатырға.
4️⃣ Табаның уртаһына 2-р аш ҡалаҡлап ҡамыр ҡоя барабыҙ: тәүҙә ағын, аҙаҡ какаолыһын.
5️⃣ Ҡойоп бөткәс, ҡамырҙың өҫтөндә шырпы ярҙамында сәскә һүрәте эшләргә.
6️⃣ 180 градуста 25-30 минут бешерергә.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын ????

Автор: