Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2021, 12:30

Дарыу менән БАД нимәһе менән айырыла?

Дарыу эшләү өсөн беҙҙә лә, сит илдәрҙә лә үҙенең талаптары бар. Клиник эҙләнеүҙәр, тәжрибәләр йылдар дауамына һуҙыла. Сөнки уның йоғонтоһо икенсе ағзаларға, кешенең психик хәл-торошона тәьҫир итеүе тикшерелә. Составында һәр матдә ҙур һынау үтә. Ошоларҙың барыһы ла уңышлы тамамланған хәлдә генә, лицензиялы сертификат бирелә.

Дарыу менән БАД нимәһе менән айырыла? Был һорау менән юғары белемле һәм тәжрибәле фармацевт, дарыуханала провизор булып эшләгән белгес Хамаева Эльмира Олег ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.

-Дарыу эшләү өсөн беҙҙә лә, сит илдәрҙә лә үҙенең талаптары бар. Клиник эҙләнеүҙәр, тәжрибәләр йылдар дауамына һуҙыла. Сөнки уның йоғонтоһо икенсе ағзаларға, кешенең психик хәл-торошона тәьҫир итеүе тикшерелә. Составында һәр матдә ҙур һынау үтә. Ошоларҙың барыһы ла уңышлы тамамланған хәлдә генә, лицензиялы сертификат бирелә.

БАД өсөн ундай ҡәтғи талаптар юҡ. Әгәр ҙә составында артыҡ зыянлы матдә булмаһа, шул да етә. Был ваҡытты ла алмай, кеҫәгә лә һуҡмай. Тышына “Дарыу булып һыналмай” тип яҙалар ҙа, һатыуға сығаралар. Еңел килем артынан ғына йөрөгән ҡайһы бер етештереүеләр быны кире юҫыҡта ҡуллана ла башлайҙар. Хаҡтары ла уның “аппетит”ына ҡарап билдәләнә. Шулай уҡ, БАД-тар төрлө ерҙә, төрлө кеше һата алыуы менән дә ҡурҡыныс. Бының өсөн махсус урын да, махсус медицина белеменә эйә булырға ла кәрәкмәй тигән фекерҙәр менән килешә алмайым. Эйе, элек һәр ауылда тиерлек төрлө үләндәр менән дауалаусылар, им-томсылар булған. Әммә улар борондан, йөҙәр йылдар дауамында өйрәнелеп килгән халыҡ медицинаһына таянып эшләгәндәр.

Нимә генә тиһәң дә, был тауарҙы алырғамы-юҡмы икәнлеген һатып алыусы үҙе хәл итә. Шулай ҙа һаҡ булырға, табип менән кәңәшләшергә тәҡдим итер инем.

Ошо урында М. Булгаковтың “Эт йөрәге” әҫәре иҫкә төшә. “Нимә ул емереклек? Минеңсә бына нимә ул: әгәр мин, һәр кис кешегә операция эшләп, уны дауалап аяҡҡа баҫтырырға тырышыр урынға фатирымда хор ойоштороп йырлай башлаһам, иң тәү сиратта үҙ булмышыма хыянат итәм. Тора-бара бының кире яҡтары үҙемә генә түгел, йәмғиәткә лә йоғонто яһаясаҡ. Сөнки һәр нәмә үҙ урынында булғанда ғына тормошта һәр яҡлап та эштәр көйлө барасаҡ...”

Ә бөгөнгө көндә, емереклек икенсе юҫыҡтан килә. Ҡайһы бер артистар, шоумендар йырлап-бейеп халыҡтың рухи мәҙәни үҫешен үҫтерер урынға, ете диңгеҙ аръяғынан килгән, үҙҙәре дөрөҫ атамаларын да белеп бөтмәйенсә бальзам, БАД-тары менән “дауалар”ға маташалар.

Йә, ярай ана минең сәхифәмә тағы бер кеше дуҫлыҡ тәҡдим итә. Ә быныһы ла минең финанс хәлемде яҡшылатырға тырышыу менән бер рәттән һаулыҡ та теләй икән. Ваҡыт әрәм итергәме, әллә ыңғайына уҡ “ҡара исемлек”кә индерергәме?..

Гөлсәсәк ӘШИРОВА.

Дарыу менән БАД нимәһе менән айырыла?
Дарыу менән БАД нимәһе менән айырыла?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: