Шоңҡар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2021, 21:09

Уй Аллаҡайым, тереләй янғандар...

.

Уй Аллаҡайым, тереләй янғандар...
Уй Аллаҡайым, тереләй янғандар...

23 сентябрҙә Мәләүез районында Р-240 Өфө — Ырымбур трассаһының 166-сы саҡрымында, Салауат ҡалаһынан 2 саҡрым көньяҡтараҡ үлемесле юл фажиғәһе булған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Renault Master Ырымбур өлкәһе ойошмаһының «ГАЗель» менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында автобус янып киткән.

Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп еткән. Янғын һүндереүселәр ут ялмап алған машинаны һүндергән. Аварияла «ГАЗел»дең дүрт пассажиры һәләк булған тигән фараз бар. Renault Master водителе йәрәхәтләнгән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, автобуста водитель һәм өс пассажир тереләй янып үлгән. Башҡа зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт юҡ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: