Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2021, 12:53

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары халыҡ-ара сәсәндәр бәйгеһендә лауреат булды

.

М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары халыҡ-ара сәсәндәр бәйгеһендә лауреат булды
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары халыҡ-ара сәсәндәр бәйгеһендә лауреат булды

16-19 сентябрҙә Алтай Республикаһының Таулы Алтай ҡалаһында Сәсәнлек сәнғәте һәм эпик мираҫ буйынса халыҡ-ара ассамблея уҙҙы. Унда БДПУ-ның Сәсәндәр мәктәбе ҡатнашты һәм конкурста лауреат исеменә лайыҡ булды (етәксеһе - билдәле ғалимә, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева).

Ассамблея сиктәрендә бер нисә әһәмиәтле сара ойошторолған: Халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайы, "Евразия халыҡтарының эпик мираҫын һәм сәсәнлеген һаҡлау" темаһына түңәрәк өҫтәл, "Мираҫ, хәбәр итеүсе риүәйәттәр" төбәк-ара фестивале, милли уйын ҡоралдары күргәҙмәһе, конкурс сығыштары, "Алтайҙар" фотокүргәҙмәһе, өзләү төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары һәм экскурсиялар.

Башҡортостандың йәш сәсәндәре бәйгегә «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр тәҡдим иткән. Халыҡ-ара сәсәндәр ҡоролтайында шулай уҡ Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан илдәренән, Тыва, Бүрәт, Саха (Яҡут), Хакас, Алтай, Ҡалмыҡстан республикаларынан, Кемерово өлкәләһенән, Мәскәү, Новосибирск ҡалаларынан тиҫтәләгән атаҡлы һүҙ оҫтаһы бәйге тотҡан.

Тағы ла Ассамблея барышында «Евразия халыҡтарының сәсәнлек сәнғәтен һәм эпик мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү» темаһына түңәрәк өҫтәл үткән. Унда филология фәндәре докторы, Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева, БР Халыҡ ижады үҙәге етәксеһе урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева һәм филология фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Раушания Солтаҡаева сығыш яһаған.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: