Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2021, 07:30

Балалы ғаиләләр өсөн бигерәк тә уңайлы

Парк танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, тиҙәр.

 

“Уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу” милли проекты сиктәрендә, Благовар районының Мирный ауылында яңыртылған парк асылған.

Реконструкцияның төп маҡсаты – паркта ауыл халҡы һәм унда килгән ҡунаҡтар, бигерәк тә балалы ғаиләләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.

Унда төрлө саралар үткәреү күҙаллана. Парк ауылдың ижтимағи тормошон үҫтереү үҙәгенә лә әйләнәсәк.

Уның биләмәһе йәшелләндерелгән, сәскәләр ултыртылған, газон йәйелгән. Йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ һалынған, яҡтыртыу бағаналары ҡуйылған. Унда ял итергә лә, спорт менән шөғөлләнергә лә мөмкин. Ауыл халҡы: “Парк танымаҫлыҡ булып үҙгәргән”, - тип ҡыуана.

 

 

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Балалы ғаиләләр өсөн бигерәк тә уңайлы
Балалы ғаиләләр өсөн бигерәк тә уңайлы
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: