Шоңҡар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2021, 19:30

Илһам сығанаҡтары — башҡорт ерендә

.

Илһам сығанаҡтары — башҡорт ерендә
Илһам сығанаҡтары — башҡорт ерендә

Ләйсән Үтәшева — игелекле ейәнсәр өлгөһө, ул тамырҙарын да онотмай, олатаһы менән өләсәһенә лә оло хөрмәт, ихтирам менән ҡарай. Билдәле спортсы йыш ҡына тотош ғаиләһе менән тыуған яғына — Башҡортостанға ҡайта, ваҡытын туғандары эргәһендә үткәрергә ярата. «Тап бында минең өсөн илһам һәм көс сығанаҡтары урынлашҡан», — тип билдәләй Ләйсән. Үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ләйсән #ДерзкаяГотовка тигән рубрика алып бара, унда йыш ҡына ҡунаҡҡа билдәле шәхестәр килә. Был юлы иһә ул яратҡан өләсәһен, Зөбәржәт Кирәйеваны төшөргән. Улар икәүләп тәмле былау бешергән, Зөбәржәт ханым ейәнсәренә олатаһы менән танышыу тарихын һөйләгән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: