Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2021, 19:26

Мөхәббәт йәшкә ҡарамай!

81 йәштә никах сәғәте һуҡҡан...

Мөхәббәт йәшкә ҡарамай!
Мөхәббәт йәшкә ҡарамай!

Башҡортостанда 55 йыл бергә йәшәгән пар өйләнешкән. Ғафури районында йәшәгән 79 йәшлек Леонид Шатунов һәм 81 йәшлек Мәҡлүфә Хәйретдинова Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө алдынан никахтарын теркәне, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Ярты быуаттан ашыу бергә йәшәү осоронда улар лайыҡлы балалар тәрбиәләп үҫтергән, хәҙер иһә ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып бөтә алмай. Икеһе лә — хеҙмәт ветераны, әүҙем һәм сәләмәт тормош алып бара.

ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре яңы өйләнешкәндәрҙе тормоштарындағы сағыу ваҡиға менән ҡотлап, ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләне.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: