Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2021, 08:00

Һәр яҡлап үҫешкән быуын

Һәр эшкә ҡарата үҙ фекереңде ваҡытында белдереп барыу мөһим.

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә, Тәтешле районының Юғары Тәтешле ауылының 1-се мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар фәндәрҙе үҫтереү үҙәге эшен уңышлы дауам итә. Быйылғы уҡыу йылында үҙәктә 11 өҫтәмә белем биреү программаһы тормошҡа ашырыла.

Бында иң ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс түңәрәктәрҙең береһе булып, “Лего-конструкциялау” түңәрәге һанала. Дәрестәр, нигеҙҙә, конструкторлыҡ, һүрәт төшөрөү, һөйләү телмәрен үҫтереүгә йүнәлдерелгән. Бында һәр күнегеүҙе эшләү ваҡытында уҡыусы башҡарылған эшкә үҙ фекерен белдерә, башҡарылған проекттың билдәләнеше, һөҙөмтәһе тураһында һөйләй.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Һәр яҡлап үҫешкән быуын
Һәр яҡлап үҫешкән быуын
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: