Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2021, 19:00

Тамара Ғәниева операция кисергән...

Уҡый·ҙа,·яҙа·ла·алмауым·эсемде·өҙә!Аңлайым,·кеше·ана·шулай·яйлап·туҙа·инде.

Тамара Ғәниева операция кисергән...
Тамара Ғәниева операция кисергән...

Был хаҡта шағирә үҙенең "Бәйләнештә"ге шәхси битендә хәбәр итте. "Көн артынан көн. Донъя халҡы икенсе йыл ауырлыҡ менән ғүмер итә. Күптәр яҡындарын юғалтты.Ауырыуҙар ҡамаланы. Минең бер күҙем глаукомаға тарыны. Июлдә, сентябрҙә операция яһнылар. Дарыуҙар һалып ултырам. Глаукома дауаланмай икән. Һул күҙем һуҡырайҙы. Уңында катаракта. Ә миндә - шок! Уҡый ҙа, яҙа ла алмауым эсемде өҙә!Аңлайым, кеше ана шулай яйлап туҙа инде. Етмәһә, өй һыуыҡ. Йылы бирһәләр, йән яҙылыр, бәлки.
Ә һеҙҙән айырылғы килмәй. Яҙыуым да хаталы киткеләй. Ғәфү итеп, арағыҙҙа йөрөтһәгеҙ, күңелем булыр, тип өмөтләнәм", - тип яҙған ул.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева 1951 йылда Башҡортостандың Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында тыуған. Шағирә, тәржемәсе һәм драматург. Бик күп шиғри йыйынтыҡтар авторы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Р. Ғарипов, Ф. Кәрим, Б. Бикбай исемендәге премиялар лауреаты. Башҡорт теленә иң шәп нәфис тәржемә өсөн «Һүҙҙәрҙең бәйләп торған ептәре» Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты.

Шағирәгә сәләмәтлек, рух күтәренкелеге теләйбеҙ.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: