Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2021, 15:35

Вышканың кемгә зыяны тейгән?

.

Вышканың кемгә зыяны тейгән?
Вышканың кемгә зыяны тейгән?

Әбйәлил районы Ташбулат ауыл советында кәрәҙле элемтә вышкаһын емергәндәр, тип хәбәр итә шаһиттар социаль селтәрҙә. «Башинформ» сығанағы мәғлүмәттәре буйынса, «Теле2» компанияһының вышкаһы ҡуртымға алынған участкала урынлаштырылған. Халыҡ бер кемдән дә һорап тормайынса вышка ултыртыуҙарына ризаһыҙлыҡ белдергән. Күптәре үҙ һаулығы өсөн борсолған.

Бынан алда социаль селтәрҙәге «Ташбулат в объективе» төркөмөндә «баш-баштаҡлыҡ итеү», «был нимә? кем белә?» тигән яҙма һалынған. «Күршеләренә ҡамасаулар. Ел иҫһә һыҙғыра, шаулай, тирбәлә башлар. Нурланыш алырға ла мөмкин, — тип яҙҙы ауыл халҡы комментарийҙарҙа. — Ниңә ул вышкаларҙы километр һайын ҡуялар? Ташбулатта икәү, Юбилейныйҙа, Яҡтыкүлдә икәү. Өсөнсөһө ниңә кәрәк?».

«Башинформ» агентлығы аңлатма биреүҙе һорап Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына һәм «Теле2» компанияһына мөрәжәғәт итте.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: