Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2021, 12:35

Бүздәктең үҙ баҫмаһы булды

Бында райондың иҡдисади, ижтимағи, сәйәси, мәҙәни һәм спорт тормошо аңлайышлы тел менән аныҡ һүрәтләнә.

Бүздәктең үҙ баҫмаһы булды
Бүздәктең үҙ баҫмаһы булды

24 сентябрҙә Бүздәк районының мәҙәниәт һарайында төбәк энциклопедияның исем туйы уҙҙы. Бүздәк районы тураһында киң күләмле белешмә «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт учреждениеһы белгестәре тарафынан «Рәсәй милләттәренең берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан халыҡтарының этно-мәҙәни үҫеше» дәүләт программаһы сиктәрендә әҙерләнде. Китапты йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү тантанаһын Бүздәк районы хакимиәте ойошторған. «Бүздәк районы- беҙҙең тыуған яғыбыҙ, яҙыусы һәм шағирҙар, композиторҙар һәм рәссамдар, педагогтар һәм табиптар, ауыл хужалығы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бай төбәк. Бик күп һәләтле, талантлы шәхестәр үҙен ошо Бүздәк еренән сыҡҡан», — тине Бүздәк районы хакимиәте башлығы Азат Арыҫланов. Хакимиәт һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы урындағы тарихсыларҙы һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙе баҫманы әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән билдәләп үтте. Сараны Бүздәк районының ижади коллективтары сығыштары биҙәне.
Китаптың исем туйында «Башҡорт энциклопедияһы» ойошмаһы директоры Уйылдан Сәйетов, энциклопедияның ғилми мөхәррире Гөлдәр Ишкинина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, «Без башкортлар» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиев, мировой судья, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғүмәр Әндәрйәнов ҡатнашты. «Башҡорт энциклопедияһы» ойошмаһы директоры Уйылдан Сәйетов республика энциклопедистикаһы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, төбәк энциклопедистикаһы 90-сы йылдар башында үҫешә башлай. 1996 йылда башҡорт телендәге тәүге энциклопедия баҫылып сыға. Әле ойошма иҫәбендә 36 томдан торған 24 энциклопедия, «Башҡорт энциклопедияһы»- Рәсәй энциклопедистикаһы лидеры. Уйылдан Сәйетов Бүздәк районы халҡына, эшсе төркөмгә рәхмәтен еткерҙе. Бүздәк районы энциклопедияһы 580 биттән тора, Туймазы районыныҡы −620 битлек, тине ул. Энциклопедия тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең төрлө яҡлы эштәрен үҙ эсенә алған. Хәҙер тыуған яғы менән ҡыҙыҡһыныусы һәр кеше баҫманан Бүздәк районының тарихы, арҙаҡлы кешеләре хаҡында белә ала. Ҡатнашыусылар алдында тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Салауат Хәмиҙуллин, «Без башҡортлар» ойошмаһы рәйесе Радик Бәхтиев сығыш яһаны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов китап өҫтөндә эшләгән әүҙем белгестәргә Ҡоролтай бүләктәрен тапшырҙы.

Баҫма ике өлөштән тора. Беренсеһе монографик тасуирламанан ғибәрәт, ул райондың географияһына, тарихына, мәғрифәтенә, мәҙәниәтенә, башҡорт ырыуҙарына бағышлана. Инеш мәҡәләлә 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре килтерелгән. Икенсе өлөш алфавит тәртибендә ҡоролған, унда тораҡ пунктар, башҡорт ырыуҙары, ер-һыу атамалары, ҡаҙылма байлыҡтар, археология ҡомартҡылары, сәнәғәт объектары, сәнғәт коллективтары, төньяҡ-көнбайыш диалект үҙенсәлектәре тураһында материалдар һайланған. Биографик мәҡәләләрҙә райондың данлыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында белешмәләр бар. Баҫма тураһындағы фекере менән хеҙмәт ветераны Данил Туҡтамышев бүлеште. «Бүздәк районының мәҙәни тормошонда мөһим һәм күптән көтөлгән ваҡиға булды: ниһәйәт, район тарихы бер тупланмаға баҫылды. Был район халҡы, тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар, тыуған яҡтың патриотттары һәм энциклопедияны әҙерләгән авторҙар төркөмө өсөн мөһим ваҡиғаға әйләнде. Район энциклопедияһы шуныһы менән үҙенсәлекле: ул ҡунаҡ китабы рәүешендә төҙөлгән һәм райондың ысын мәғәнәһендә визит карточкаһы тип һанала ала. Бында тарих бар сағыулығында, шәхестәрҙең һүрәтләмәләре аша килеп баҫа. 1800 дана менән сыҡҡан Бүздәк энциклопедияһына 1480 мәҡәлә һәм меңдән ашыу һүрәт ингән. Район тарихының төрлө йүнәлештәге мөһим ваҡиғалары 579 биткә һыйған. Иң мөһиме, был биттәрҙә зыялы һәм билдәле яҡташтар тураһында белешмә килтерелә. Уҡыусы бында һирәк осраған тарихи фотоһүрәттәрҙе, райондың әлеге хәлен сағылдырған материалдарҙы ла таба ала. Бүздәк ере тураһындағы быға тиклем тырым-тырағай тарҡалған мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплауға өлгәшкән авторҙар. XVII быуаттан башлап, әлеге көнгә тиклем һуҙылған йылъяҙмалар китапта эҙмә-эҙлекле форматта, фәнни тәртиптә килтерелгән. Бында райондың иҡдисади, ижтимағи, сәйәси, мәҙәни һәм спорт тормошо аңлайышлы тел менән аныҡ һүрәтләнә. Һәр бит теге йәки был замандың рухын сағылдыра һәм шул уҡ ваҡытта ошо ерлектең үҙенсәлеген күрһәтә. Баҫманың йөкмәткеһе Бүздәк районын төрлө милләт вәкилдәе йәшәгән, ижтимағи-мәҙәни йәһәттән үҫешкән төбәк булараҡ күҙ алдына баҫтыра. Был энциклопедия төрлө мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплаусы хеҙмәт булыуҙан бигерәк, ул тарихи ысынбарлыҡты һаҡлау эстафетаһы ла. Һәр төбәктең үҙ тарихы бар һәм беҙ йылъяҙманы эштәге, уҡыуҙағы, ярыштарҙағы, ғаиләләге ҡаҙаныштарыбыҙ менән дауам итәбеҙ. Бүздәктәр үткән быуындарҙан тапшырылған нәсихәтте юғары кимәлдә үтәп килә, ә яңы энциклопедия уларға был эшендә ярҙамсы булып торор» , — ти Данил Хәлим улы. Баҫманы әҙерләү төркөмөн етәкләгән белгес, "Башҡорт энциклопедияһы"ның ғилми мөхәррире Гөлдәр Ишкинина әйтеүенсә, улар был китапты йылдан ашыу әҙерләгәндәр, пандемия осоронда ла әүҙем эш туҡтамаған. Бында райондың иҡдисади, ижтимағи, сәйәси, мәҙәни һәм спорт тормошо аңлайышлы тел менән аныҡ һүрәтләнә. Һәр бит теге йәки был замандың рухын сағылдыра һәм шул уҡ ваҡытта ошо ерлектең үҙенсәлеген күрһәтә. Баҫманың йөкмәткеһе Бүздәк районын төрлө милләт вәкилдәе йәшәгән, ижтимағи-мәҙәни йәһәттән үҫешкән төбәк булараҡ күҙ алдына баҫтыра. Был энциклопедия төрлө мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплаусы хеҙмәт булыуҙан бигерәк, ул тарихи ысынбарлыҡты һаҡлау эстафетаһы ла. Һәр төбәктең үҙ тарихы бар һәм беҙ йылъяҙманы эштәге, уҡыуҙағы, ярыштарҙағы, ғаиләләге ҡаҙаныштарыбыҙ менән дауам итәбеҙ. Бүздәктәр үткән быуындарҙан тапшырылған нәсихәтте юғары кимәлдә үтәп килә, ә яңы энциклопедия уларға был эшендә ярҙамсы булып торор" , — ти Данил Хәлим улы. Баҫманы әҙерләү төркөмөн етәкләгән белгес, "Башҡорт энциклопедияһы"ның ғилми мөхәррире Гөлдәр Ишкинина әйтеүенсә, улар был китапты йылдан ашыу әҙерләгәндәр, пандемия осоронда ла әүҙем эш туҡтамаған.

«Бүздәк районында төҙөлгән эш төркөмөнә, уны етәкләгән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлфиә Ғабдрафиҡоваға эште яҡшы ойошторғаны өсөн рәхмәт. Урындағы музей хеҙәткәре Алина Булатова иң шәп, әүҙем ярҙамсыбыҙ булды, ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә, материалдар әҙерләүҙә, туплауҙа, ебәреүҙә күп көс һалды. Музей мәғлүмәттәрен дә файҙаландыҡ. Уның фонды бай. Беҙгә ундағы папкаларҙы, китаптарҙы килтерҙеләр, уларҙы өйрәндек, мәғлүмәттәр алдыҡ. Факттарҙы ғилми күҙлектән үткәрҙек, баһаланыҡ һәм энциклопедияға индерҙек. Бик күп мәғлүмәттәрҙе рус теленә тәржемә иттек. Эш төркөмөндә бер нисә генә кеше булһаҡ та, тиҙ арала көсөргәнешле, әммә әһәмиәтле эште башҡарҙыҡ. Энциклопедия фотоһүрәттәр менән дә тулыландырылды, был да баҫманы байыраҡ, төплөрөк итә. Әйтергә кәрәк, башҡа райондың энциклопедияларын да эшләнек, мәгәр, Бүздәктеке был йәһәттән иң сағыуы булды», —тине Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы. Бүздәк районы тарихынан ҡыҙыҡлы фактар “Бүздәк энциклопедияһынан” алынды Бүздәк районы биләмәһендә федераль кимәлендәге мәҙәни мираҫ объектары урынлашҡан. Ул Килем һарайы (1848 йылда төҙөлгән) һәм Килем мәсете (1821 йыл). 1963 йылда Ташлыкүл ауылы янында нефть сығанағы табыла. Һуңыраҡ шулай уҡ Кәпәй-Ҡобау, Петропавловка, Саннин, Солцов сығанаҡтары асыла. Тәүге нефть 1966 йылда Кәпәй-Ҡобау ауылы янында сығарыла. XIX-XX быуаттарҙа Башҡортостандағы мәҙәни һәм сәйәси тормошоноң мөһим шәхестәре, Рәсәй Дәүләт думаһы депутаттары аталы-уллы Шәхәйҙәр һәм Ғәлиәскәр Һыртлановтар, башҡорт милли хәрәкәте ағзаһы Муллян Халиҡов Бүздәк районында тыуғандар. 1917-18 йылдарҙа Бүздәктә рус сәнғәтендә футуризм йүнәлешенә нигеҙ һалыусы рәсам һәм шағир Давид Бурлюк йәшәгән һәм ижад иткән. Ул Башҡортостандың һынлы сәнғәтенә лә ҙур өлөш индерә. Никольск ауылында “По долинам и по взгорьям” тип аталған билдәле йырҙың авторы П.С.Парфенов тыуған. 1980 йылда Башҡортостанда тәүгегә тап Бүздәк районының Уртакүл ауылында рапс культураһын үҫтереү һәм унан май һығыу башлана. Шулай уҡ Бүздәк районында республикаға берҙән-бер һаҙ ҡондоҙо (нутрия) йәнлекселек фермаһы эшләне. Бүздәк районы—билдәле хирург Нурлығаян Байтирәковтың тыуған ере. Ул 1935 йылда республикала тәүге булып йөрәккә операция яһай, баш һәм умыртҡа мейеһенә нейрохирургик операциялар үткәрә. Бүздәк районының йыйылма футбол командаһы 1974 йылда Башҡортостан чемпионатында өсөнсө урын яулаған, Башҡортостандың Мәғариф министрлығының мини-футбол буйынса беренселегендә 2012 һәм 2019 йылда—көмөш, 2020 алтын миҙал яулаған.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: