Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь , 11:30

Илештең рухлы ҡыҙҙары

Илеш районының Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге 2019 йылдың 29 мартында асылған.

Илештең рухлы ҡыҙҙары

Был үҙенсәлекле башҡорт кейеме өлгөләре интернет киңлектәрендәге социаль селтәрҙә күҙгә салынып ҡалды. Илеш районының Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге вәкилдәре һынланған унда.
Фотоһүрәттәрҙәге ханымдарҙың өҫтәрендәге милли кейем – үҙҙәренең төбәгендә йәшәгән баш¬ҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең сағылышы. Тарихи өлгөләр тураһында мәғлүмәттәрҙе өйрәнеп, уны мөмкин тиклем хилафлыҡ килтермәй кәүҙәләндерергә тырышҡан улар.
Мәғлүмәт туплауҙа төп хеҙмәт – билдәле этнограф С.Н. Шитованың башҡорт милли кейеменә арналған китабы. Алмиҙеүҙе лә милли йолаларға, мәҙәниәткә битараф булмаған ханымдар үҙҙәре эшләп алған. Оҫтабикәләр теккән милли кейем хәҙер милли мәҙәниәткә ҡағылышлы сараларҙы ойошторғанда, үткәргәндә ныҡ ярҙам итә. Уҡытыусылар, китапханасылар, мәктәп уҡыусылары был матур өлгөләрҙе файҙаланырға биреп торорға үтенеп килеүселәрҙең береһен дә кире ҡаҡмайҙар. Хәҙер инде үҙәк хеҙмәткәрҙәре теләгәндәрҙе оҫталыҡ дәрестәренә лә саҡырып ҡына тора.
Илеш районының Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге 2019 йылдың 29 мартында асылған. Етәксеһе итеп тәғәйен-ләнгән Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нуриева эште ниндәй ҙә булһа ижад төрө менән шөғөлләнгән, ҡул эштәренә оҫта ҡатын-ҡыҙҙы — йәшен-өлкәнен — йыйыуҙан башлай.
Йәмғеһе 15 фекерҙәш туплана уның тирәһендә, һәр кеме ниндәйҙер йүнәлештә маһир булыуы менән алдыра. Бергә эшләй башлағас, төньяҡ-көнбайыш төбәктә көн иткән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме ниндәй, балаларҙыҡы ни рәүешле булған, баш кейем-дәренән нимә йөрөткәндәр — шуларҙы өйрәнеү, ул ғына түгел, тергеҙеү теләге лә тыуған.
— Элек районда үткән бихисап милли сараларҙа кейелгән кейемдәр стилләштереп тегелгән, беҙҙең төбәк үҙенсәлектәре бөтөнләй тиерлек сағылмаған әйберҙәр ине. Һөйләшеп кәңәшләштек тә, иң беренсе 80–90 йәшлек инәйҙәр янына йөрөп сығырға булдыҡ. Улар беҙгә хәтерҙәрендә ҡалған мәғлүмәттәрҙе — әсәләре, ҡарт инәйҙәре (өләсәйҙәре) ниндәй кейемдә йөрөгән, шул хаҡта мөмкин ҡәҙәр тулы итеп аңлатырға тырышты. Өлкәндәр менән әңгәмәләрҙе яҙып та алдыҡ, видеоға ла төшөрҙөк, — тип һөйләй Гүзәл Рәсим ҡыҙы. — Улар менән һөйләшкәндә ғәжәпләнеүебеҙ сикһеҙ ине: был кейемдәр беҙҙә юҡ, өлгөләре һаҡланмаған. Ә үҙенсәлекле, тап Илеш яҡтарындағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейгән кейемде булдырғы килә!
Күңел төшөрөп, «эх, булмай инде» тип ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай рухлы заттар. Юҡ икән, тимәк, ундай кейемде үҙҙәренә булдырырға кәрәк! Өйрәнергә — фотоларҙы ҡарарға, китаптар аҡтарырға һәм — тегергә! Бына шулай башлана тарих. Тап шул ваҡыттарҙа Илеш яҡтарында «Ауаз» фольклор байрамы үтә, унда хәҙер күптәргә билдәле кейем дизайнеры, төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемен тергеҙеү менән шөғөлләнгән Зөлфиә Краснова ла ҡатнаша. Оҫтабикәләр уның менән кәңәшләшеп, үҙҙәренең дөрөҫ фекерҙә икәнен белеп, дәртләнеп эшкә тотона. Хәҙер инде «гәрәевселәр» ҙең «һандығы» нда өлкәндәрҙең һәм йәштәрҙең кейеме өлгөләре бар, әле балалар кейемен өйрәнеү менән мәшғүлдәр. Был йәһәттән уларға ғаилә архивы ла ярҙамға килеп ҡуйыусан. — Минең атайым 1934 йылда тыуған. Уның бала сағындағы фотоһы һаҡланған. Шунда атайым, ул саҡта ун йәшлек малай, сигелгән күлдәк кейеп ултыра. Әле шуны ҙурайтып ҡарап, биҙәктәрен өйрәнәм. Шундай күлдәк тегеү хыялым бар, — тип бүлешә Гүзәл Рәсим ҡыҙы. Оҫтабикәләр теккән кейем араһында уның байрамса һәм көндәлек варианттары, хәлле ханымдар кейгән бай биҙәлеш¬леләре лә бар. Баш кейемдәрен дә ентекле өйрәнгән улар. — Беҙҙең яҡ ҡатын-ҡыҙҙары таҡыя кейгән. Уның бейеге, яулыҡ аҫтынан кейә торған тәпәше лә бар, — тип аңлата Гүзәл Рәсим ҡыҙы. — Тағы ла ҡалфаҡ бар. Улар беҙҙең кейемде башҡа яҡтарҙыҡынан айырып тора, тиергә була. Шулай уҡ алмиҙеү биҙәүесе лә үҙенсә-лекле. Унда тәңкәләр ҡулланылмаған, таҫмалар менән биҙәлгән. Элекке замандарҙа төрлө яҡтан беҙҙең тарафтарға килен булып төшкән гүзәл заттарҙыҡы менән сағыштырһаң, мәҫәлән, уларҙа бай биҙәлешле, ҡайһылары хатта шау тәңкәләрҙән торған биҙәүестәр ҙә булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, шул тәңкәләрҙе ҡырҡып алып фронтҡа ярҙам өсөн тапшырғандар. Милли кейем өлгөләрен күрер, өйрәнер өсөн хәҙер башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенән кеше өҙөлмәй. — Ныҡ ҡыҙыҡһыналар, — тип ҡыуанысын йәшермәй үҙәк етәксеһе. — Күлдәк, биҙәүестәрҙе ҡарап, «минең әсәйем...» йәки «ҡартинәйем дә ошондайҙы кейә торғайны бит!» тип хәтергә төшөрәләр, һаҡлап алып ҡалмағанға үкенес белдерәләр. Ҡайһы берәүҙәр, дәртләнеп китеп, үҙҙәре биҙәүестәрҙе эшләп таға башланы. Беҙҙең яҡ ҡатын-ҡыҙҙарының тағы бер биҙәүес төрө — дәүәтте яратып эшләйҙәр.
Ғөмүмән, Илеш районының М. Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге халҡы тарихы, матди-мәҙәни мираҫы менән ҡыҙыҡһынған, уйҙаш һәм фекерҙәш булған бихисап кешене берләш-тереп тора. Улар араһында тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр ҙә, мәктәптә күп йылдар башҡорт теле дәрес¬тәрен алып барған уҡытыу-сылар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә, мәктәп уҡыусылары һәм күптән инде мәктәпте тамамлап, ситтә уҡып йөрөгән йәштәр ҙә бар. Үҙәк етәксеһе Гүзәл Нуриева әйткәнсә, бер-береһен ҡеүәтләп, фекерҙәш булып, төрлө уй-ниәттәр менән ҡайнап йәшәп ятҡан көндәре шулай. Ғөмүмән, үҙәк етәксеһе таянып эшләр кешеләр, әүҙем шәхестәр күп. Улар араһында дүрт тиҫтә йыл башҡорт телен уҡытҡан Ғәлимә Ғәлиева ла бар. — Ғәлимә апай — ҡул эштәре оҫтаһы. Ул — күргәҙмәләрҙә ихлас ҡатнашҡан, гранттар алған ханым. Ихлас ярҙамын тойоп эшләүем менән бәхетлемен, — ти Гүзәл Рәсим ҡыҙы. — Ғәлиә Мөхәмәтова Этәй ауылы мәктәбендә башҡорт теле уҡытҡан, хәҙер хаҡлы ялда. Ул тәмле милли ризыҡтар, мәҫәлән, ҡорот, буҙа әҙерләй, беҙҙе лә өйрәтә. Ҡобайырҙар әйтә, ҡумыҙҙа уйнай. Был апайыбыҙ ҙа гранттар яулағаны бар. Өс тиҫтә йылдан артыҡ китапханала эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Әнисә Саттарова милли кейем дизайнын эшләй, ҡурсаҡтар тегә. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған, «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Рәшиҙә Мостафина, шиғыр, хикәйәләр, әкиәттәр яҙған Мәрйәм Шәмсиева, «Балҡыш» әҙәби клубы етәксеһе Гөлфинә Сәлимова, балаҫтар һуғыу оҫтаһы Клара Фәтҡуллина, Римма Сәрүәрова, мөнәжәттәр әйткән Гөлүсә Яппарова, тыуған яҡты өйрәнгән, шәжәрәләр төҙөргә ярҙам иткән Фидан Сәрүәров, Рөстәм Камалов ағайҙар — һәр береһенә рәхмәтлемен, — тип теҙә Гүзәл Рәсим ҡыҙы.
— Бер генә саранан да ситтә ҡалмайҙар, һәр саҡ кәңәштәре менән уртаҡлашалар. Йәштәр ҙә үҙәк эшмәкәрлегендә ихлас ҡатнаша, әйтәйек, Гөлназ Карамова, Лилиә Нурғәлиева. Бөтөнләй йәш кенә әүҙем егет-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар. Башҡорт милли мәҙәниәтен тергеҙеү, өйрәнеү, йәштәргә өйрәтеү өсөн үҙ ваҡытын һис йәлләмәй сарыф иткән, ошо эштән йәшәргә дәрт, илһам алған үҙәк етәксеһе һәм уның фекерҙәштәре ең һыҙғанып төрлө сараларға әҙерлекте дауам итә. Шуларҙың иң тулҡынландырғыс, яуаплы¬ларының береһе — 2022 йылда данлы яҡташтары, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең 100 йыллығын билдәләү. Шул айҡанлы ҙур ғына саралар планлаштырыла. Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге шуларҙың береһен — мәктәп уҡыусылары араһында уҡ атыу буйынса район турнирын — ойоштора. Әйткәндәй, Гүзәл Рәсим ҡыҙы үҙе лә был һөнәрҙә ярайһы оҫталыҡ туплаған, хәҙер инде башҡаларға өйрәтә. Милли кейем көнөнә лә бында тематик саралар ҡаралған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яратып кейгән милли биҙәүестәрҙең береһе — дәүәтте эшләү буйынса оҫталыҡ дәресенә теләгән һәр кем килә ала, үҙәк ишектәре туған халҡының матди, рухи байлығы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн асыҡ. Оҫтабикәләр үҙ ҡулдары менән теккән, биҙәгән кейем өлгөләренән торған матур күргәҙмәне лә ҡарап өлгөрөргә була әле.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Автор:Айнур Акилов