Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2021, 12:35

Арҙаҡлы милләттәшебеҙҙе иҫкә алдылар

Был башланғысты хуплаусылар һәм тормошҡа ашырыусылар рәтендә — Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы. Һәйкәл скульпторы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов.

Арҙаҡлы милләттәшебеҙҙе иҫкә алдылар
Арҙаҡлы милләттәшебеҙҙе иҫкә алдылар

Ошо көндәрҙә башҡорт теле ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Һамар башҡорто Ғәббәс Дәүләтшиндың тыуыуына 129 йыл тула. Ул беренсе башҡорт әлифбаһы авторҙашы, тәүге орфография һүҙлеге һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле әсбабы авторы булып тора. Октябрҙә Башҡортостандың халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Ата-бабалар ауазы» грант проектына ярашлы, ғалимдың тыуған яғында, Һамар өлкәһенең Ҙур Глушица ауылында, уға һәйкәл ҡуйыласаҡ. Бөгөн иһә ғалимдың тыуған ерендә, Оло Глушица районының Таш-Күстән ауылында ғалимдың тыуған көнө айҡанлы, уны иҫкә алыу сараһы ойошторолдо. Унда район вәкилдәре, ауыл халҡы, Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, әүҙем милләттәштәребеҙ ҡатнашты. Ғәббәс Дәүләтшин рухына бағышлап, доға уҡылды, яҡташтары уның ҡаҙаныштарын иҫкә алды. Был башланғысты хуплаусылар һәм тормошҡа ашырыусылар рәтендә — Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы. Һәйкәл скульпторы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов. Әйткәндәй, ул Өфөләге «Ете ҡыҙ » музкаль фонтанының авторы ла. Һәйкәл асыу тантанаһында Һамарҙан, Башҡортостандан почетлы ҡунаҡтар көтөлә, төрлө милли ойошма вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы 1892 йылдың 24 сентябрь көнө Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең Ташбулат-Күстән ауылында тыуған. Хәҙерге башҡорт тел белеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1929-1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Башланғыс белемде мәҙрәсәлә алған. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. 1918-1919 йылдарҙа Ташбулат-Күстән ауыл советында, ә 1919 йылдан Һамар һәм Ырымбур губерналарында халыҡ мәғарифы бүлектәрендә мөдир һәм инспектор булып эшләгән. Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты саҡырыуы буйынса 1924 йылдан Өфөләге В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан. 1929-1931 йылдарҙа Ленинградта Көнсығыш телдәре институтында уҡый. Унда ғәрәп теле, төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы, төрки халыҡтары телдәренең тарихи үҫеше, фольклоры, эксперименталь фонетикаһы кеүек проблемаларҙы һәм фәндәрҙе өйрәнгән. 1931 йылдан К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире булып эшләй башлаған. 1920-30-сы йылдарҙа башҡорт теленең диалекттары, орфографияһы буйынса мәҡәләләр серияһы баҫтырған, башҡорт мәктәптәре, техникумдары, рабфактары өсөн дәреслектәр төҙөгән. 1930 йылда Ғ. Й.Дәүләтшин "Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге«н баҫтырған, унда 11 мең һүҙ индерелгән. Юғары уҡыу йорттары өсөн «Башҡорт теле» дәреслеге, артабан «Башҡорт теленең синтаксисы» кеүек китаптар ижад иткән. Ғәббәс Дәүләтшин — башҡорт тел ғилеме фәненә нигеҙ һалыуға, уны артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес. 1929 йылдан Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы булған. 1937 йылда репрессияланған, атыуға хөкөм ителгән. 1956 йылда тулыһынса аҡланған

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: