Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2021, 12:20

Бикмансуров үлеп ҡуймаһын!

Ул бер кешелек ВИП-палатала ята...

Бикмансуров  үлеп ҡуймаһын!
Бикмансуров үлеп ҡуймаһын!

Пермь университетында атыш ойошторған Тимур Бикмансуровтың аңына килеүе, имеш, ул фажиғәне хәтерләмәүе,  хәтерен юғалтыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ул бер кешелек ВИП-палатала ята, сөнки бында уны күҙәтеп тороуы еңелерәк. Һәләк булғандарҙың,  зыян күргәндәрҙең туғандары килергә йыйыныуы тураһында ишеткәс, һаҡты көсәйткәндәр. Әле енәйәтсене тиҫтәнән артыҡ полиция хеҙмәткәре сиратлап һаҡлай. Бикмансуров ятҡан ҡатҡа бер кешене лә керетмәйҙәр. Палатаһының тәҙрәләренә пленка йәбештергәндәр. Егет ауыр хәлдә. Уға яһалма бөйөр ҡуйырға кәрәк буласаҡ, тиҙәр. Ҡала дауаханаһы табиптарына үлтереүсенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға тырышыу бурысы ҡуйылған.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: