-4 °С
Болотло
Сер түгел, мәктәп уҡыусылары араһында алама ғәҙәттәр менән дуҫ булыусылар күп. Кемдер шаярып, кемдер ваҡыт уҙғарыр өсөн, кемдер ата-әсәһенән килгән ғәҙәтте ҡыуып тарта, эсә башлай. Әлбиттә, был уларҙың сәләмәтлегенә лә зыян килтерә.
Балалар һаулығын ҡайғыртып вице-премьер Татьяна Голикова мәктәп уҡыусыһы тәмәке тартамы-юҡмы икәнлеген белер өсөн тәҡдим менән сығыш яһаған. “Киләсәктә махсус прибор – смокелайзер ярҙамында уҡыусыларҙың үпкәләрендә һөрөм газының концентрацияһын билдәләп буласаҡ”, - ти ул.