Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2021, 21:25

"Һәнәк"те Миләүшә Ҡаһармановаға тотторҙолар

Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙын яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

"Һәнәк"те Миләүшә Ҡаһармановаға тотторҙолар
"Һәнәк"те Миләүшә Ҡаһармановаға тотторҙолар

 “Һәнәк” журналының  баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы итеп Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Хәбилова (Ҡаһарманова) тәғәйенләнде.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы  сығышы менән  Бөрйән районынан. Тәүҙә ул халыҡҡа «Нағыш», «Нур усағы» тип аталған  шиғри йыйынтыҡтары аша танылды. Һуңғы осорҙа уның «Күңелем йылы теләй» һәм  «Бетерә шаршылары» исемле сәсмә әҫәрҙәр китабы донъя күрҙе. Үҙ мәлендә ул Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын етәкләне, төрлө әҙәби конкурстарҙа еңеүсе булды,  «Киске Өфө» гәзитендә эшләйне. 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: