Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2021, 07:00

Алты йыл элек үк ябылған булған

Хәҙер этләнеп ҡалаға йөрөргә кәрәкмәй.

Аэропорт ҡасабаһында Өфө ҡалаһының 1-се дауаханаһы һәм 2-се балалар поликлиникаһы берләшкән бина асылған.

Балалар поликлиникаһы Аэропорт, Хыял, Искино, Атаевка, Локотка, Чесноковка, Королево, Мокроусово һәм башҡа тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүсе 850 пациентҡа ярҙам күрһәтәсәк.

  • 2000 йылдар башында Аэропорт ҡасабаһында 2-се балалар поликлиникаһының педиатр кабинеты эшләне. Ул иҫке бинала урынлашҡан ине. 2015 йылда был кабинетты яптылар. Шул ваҡыттан бирле ата-әсәләр балаларын Өфө ҡалаһына йөрөтөргә мәжбүр булды, - ти 2-се балалар поликлиникаһы баш табибы Эльвира Бикмәтова.

Төҙөлөш эшәтре ағымдағы йылдың йәй айҙарында башҡарылған. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормоiҡа ашырылған.

 


#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #миллипроекттар

Алты йыл элек үк ябылған булған
Алты йыл элек үк ябылған булған
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: