Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2021, 19:51

"Беҙ "Шоңҡар"лы булдыҡ!

Баш ҡаланан Рәзилә Ырыҫҡужина буш ҡул менән килмәгән. Ул ауылыбыҙ китапханаһына “Шоңҡар” журналына ярты йыллыҡ подписка бүләк итте.

"Беҙ "Шоңҡар"лы булдыҡ!
"Беҙ "Шоңҡар"лы булдыҡ!

Ауылыбыҙҙа ил эшмәкәре, журналист Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район премияһы лауреаттарын тәбрикләнек. Быйыл ул премия яҡташыбыҙ Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 125 йыл тулыу менән мәртәбәле. Лайыҡлы лауреаттар төрлө өлкәнән: Сәйетбатталов Рөстәм Миңлеғәле улы – Күгәрсен районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, урындағы ҡоролтай рәйесе, Ырыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе, Сәйетбаталова Гөлшат Мөхәмәттаһир ҡыҙы – «Мораҙым» гәзите хәбәрсеһе.Баш ҡаланан Рәзилә Ырыҫҡужина буш ҡул менән килмәгән. Ул ауылыбыҙ китапханаһына “Шоңҡар” журналына ярты йыллыҡ подписка бүләк итте. Ошондай иғтибары өсөн уға рәхмәттәребеҙҙе юллайбыҙ. Ә яратып уҡыған “Шоңҡар” журналына, яҙылыусыларығыҙ күберәк булһын, тигән теләктәр еткереп ҡалабыҙ!
Хоҙайбирҙин ауылы китапханасыһы
Әлиә Исхаҡова.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: