Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2021, 07:30

Хәрәкәттә – бәрәкәт

Йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу өсөн.

 “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә, ағымдағы йылда Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылы мәктәбендә спорт залын капиталь ремонт эшләү эштәре башҡарылған. Бының өсөн 740 мең һум аҡса тотонолған.

Мәктәп коллективы яңыртылған спорт залында шөғөлләнәсәк уҡыусыларҙың спорттағы ҡаҙаныштары ла күпкә юғарыраҡ булыр, тип ышана.

“Беҙ – педагогтар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр был үҙгәрешкә шатланабыҙ. Спорт залы заманса талаптарға ярашлы итеп төҙөкләндерелгән”, - ти мәктәп директоры Зөлфиә Сәхәүетдинова.

 

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан #миллипроекттар

Хәрәкәттә – бәрәкәт
Хәрәкәттә – бәрәкәт
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: