Шоңҡар
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2021, 15:29

Ҡаҙ майында холестерин

Ҡаҙ, өйрәк итен ашамаған кешеләр бар, хатта бәғзе берәүҙәр уларҙың майын ташлай. Имеш, холестерин күп. Был, ысынлап та, шулаймы?

Ҡаҙ майында холестерин
Ҡаҙ майында холестерин

Ҡаҙ, өйрәктең ите майлы булғанға диетик һаналмай. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың файҙаһы ҙур. Өйрәк итендә тимер һыйырҙыҡынан ике тапҡырға күберәк. Ул гемоглобинды күтәрә. Аҙ ҡанлылыҡтан яфаланған өлкән йәштәгеләргә көн һайын бер киҫәк өйрәк йәки ҡаҙ ите ашарға кәрәк. Өйрәк итендәге А витамины – тире торошон, күҙ күремен яҡшырта, цинк иммунитетты нығыта, селен ҡалҡан биҙенә файҙалы.
Өйрәк майы организмды канцероген матдәләрҙән, токсиндарҙан таҙарта. Уның һыйырҙың эс майына ҡарағанда калориялылығы түбәнерәк. Өйрәк майын файҙалы үҙенсәлектәре буйынса зәйтүн майына тиңләйҙәр. Ул Омега-3 һәм Омега-6 май кислоталарына бай, матдәләр алмашыныуын яҡшырта.
Ҡаҙ ите – тимер һәм аҡһым сығанағы. Италия ғалимдары ҡаҙ ите ашаған кешеләрҙең йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, яман шештән һаҡланыуын иҫбатлаған. Протеин һәм тимергә бай булыу сәбәпле, гемоглобинды күтәрергә булыша. Ул ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға ла бик файҙалы. Өс йәштән ҙурыраҡ балаларға ҡаҙ ите бирә башларға кәрәк. Унда В витамины күп, организмды токсиндарҙан таҙарта, нервыларҙы нығыта. Баш мейеһе, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына файҙалы.
Ҡаҙ майында холестерин юҡ тиерлек. Ундағы май кислоталары, киреһенсә, холестеринды кәметергә булышлыҡ итә. Ҡаҙ майы юғары температурала ла молекуляр структураһын һаҡлай, еңел үҙләштерелә, йөрәк-ҡан тамырҙарына зыянлы түгел. Ҡаҙ майы организмдың иммунитетын нығыта торған препараттар составына ла инә.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: