Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2021, 14:16

Аҡсай. Спартак Ильясов

Айыу бүре түгел. Алыҫтағы ҡорбанына ташланмай. Ә Аҡсай тегене һаман да кеҙәләй генә. Йә арттан тарта, йә алдынан абалай. Миңә ташланырға ирек бирмәй. Ә мин уны саҡырам да саҡырам. Тик ул мине ишетһә лә, тыңламай. Үҙ эше менән шул тиклем мәшғүл. Әйтерһең дә, донъяға нимә өсөн килгәнен белә. Тоҡомона тоғро.

Аҡсай. Спартак Ильясов
Аҡсай. Спартак Ильясов

Кемгә нисектер, әммә миңә үҙ ғүмерем осоронда алған бөтә бүләктәргә ҡарағанда быныһы иң ҡәҙерлеһе булды. Уны алған ваҡытымда бик ҡыуанғайным. Ул тойғоно кисергәнгә инде ике тиҫтә йыл үтеп барһа ла күңелем төбөндә иң ҡәҙерле хәтирә итеп һаҡлайым.

Көҙ аҙағы ине. Ергә ҡырпаҡ ҡар төшкән. Көндәрҙән бер көн, октябрь байрамы алдынан, улым, ҡыҙым һәм кейәүем Өфөнән ҡунаҡҡа килеп төштөләр. Йүгереп сығып ҡаршы алдыҡ. Сумкалар, ҡатырға ҡумта, тағы әллә ниндәй ваҡ әйберҙәр индереп, иҙәнгә ҡуйҙылар. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, ул-был иткән арала күстәнәскә тигән әйберҙәр араһынан ниндәйҙер сәйер тауыш ишетелгәндәй булды. Тора-бара сәйер тауыш сыйылдауға, унан һулҡылдауға күсте. Шул ваҡыт ҡатырға ҡумтаны астылар ҙа, эсенән ап-аҡ, күҙҙәре ҡап-ҡара бәләкәй генә көсөктө сығарып: «Бына, атай, һиңә тыуған көнөңә», – тип ҡулыма тотторҙолар.

Йоп-йомшаҡ йән эйәһен яҡтыға тотоп ҡарағас, көсөктөң урам алабайы түгеллегенә төшөндөм. Бармаҡ йөҙөндәй генә ҡолағы теп-текә үрә торған. Ә күҙҙәре... Эре ҡара ҡарағаттай ике күҙе туп-тура миңә ҡарап тора. Аҡ йомғаҡ ҡулымдан төшөргә тулай башлағас, иҙәнгә ҡуйҙым. Шыуғаҡ ҡаты иҙән өҫтөндә ул үҙенең ҡайҙа булыуын белергә теләп, ян-яҡҡа башын борғолап еҫкәнде. Үҙе шым ғына һулҡылдап сыйылдай, әммә атлап китергә һаман да баҙнат итмәй. Өйҙәгеләрҙең барыһының да күҙе көсөктә. Бына ул ятҡан еренән торҙо. Тәмле еҫ килгән аш бүлмәһе яғына башын һоноп, сыйылдау аша өрөп тә ебәрҙе. Өйҙәге барлыҡ балалар уны әләкләп, көсөккә ҡушылып өрөргә керештеләр. Ул дүрт аяғына баҫҡас та уң яҡ һыртына тәгәрмәс кеүек бөгәрләнгән бәләкәй генә ҡойроғона, төлкө тәпәйҙәренә оҡшаған алғы аяҡтарына, етдилеген раҫлап алға табан ҡарап торған текә ҡолағына, йәтеш кәүҙәһенә ҡарап, Себер өрәгәсе – лайка тоҡомло көсөк икәнен аңланым. Ул сама менән бер ярым – иң күбеһе ике ай тулыр-тулмаҫ йәштә. Уның сыйылдауы асығыуы һөҙөмтәһе икәнен аңлап, үҙҙәре көсөк кеүек кенә ейәндәрем уға төрлө аҙыҡ тәҡдим итә башланы. Кемдер кәнфит, кемдер алма, кемдер печенье бирә. Ләкин ул был аҙыҡтарҙы үҙ ғүмерендә еҫкәп тә ҡарағаны булмағас, тәғәмдәрҙән башын ситкә бора. Көсөккә һөт ҡойғас, уның өҫтөн әҙ генә еҫкәне лә, бәләкәс кенә теле менән супылдатып эсә башланы. Тимәк, еҫкә бик һиҙгер буласаҡ, тип үҙемсә һығымта сығарам.

Беҙҙең башҡортта эт ҙурмы, бәләкәйме булыуға ҡарамаҫтан, уны өйҙә тотоу ғөрөфкә яуап бирмәһә лә, ғаиләне ауырлыҡ менән ризалаштырып, көсөккә бер мөйөшкә ҡатырға ҡумтанан йылы итеп өй эшләп бирҙем. Ейәндәрем был мәсьәләне хәл итергә ҙур ярҙам күрһәтмәһә, ул тышта, һыйыр бүлмәһендә урын алыр ине. Ҡапыл минең башыма ҡайҙандыр уға исем дә килде. «Аҡсай, Аҡсай» тип хатта ҡысҡырып ебәрҙем. Был исем бөтәбеҙгә лә оҡшаны. Йомшаҡ ҡына ап-аҡ мамыҡҡа төрөнгән аҡ көсөк шул көндән «Аҡсай» исемен алды.

Яҙға тиклем ул үҙенең ҡатырға ҡумтаһында йәшәһә лә, өй башынан тамсылар тама башлағас, Аҡсайҙы ҡапҡа эсенә сығара башланым. Беҙ иртә менән эшкә китәбеҙ, ул өйҙә ҡала. Төшкөлөккә кем өйгә алдан ҡайта, уны тышҡа сығара. Унда Аҡсай ҡойма аша үрмәләп килеп ингән күрше бесәйҙәрен баҫтыра. Ағас ботаҡтарына ҡунған турғайҙарға өрә. Ә тегеләре элек күренмәгән был мәхлүктең ҡайҙан килеп сығыуына аптырап, үҙ-ара сипылдашалар ҙа сипылдашалар. Бигерәк тә уға ҡаршылағы тауҙа ҡайынлыҡ араһында оя ҡора башлаған һайыҫҡандың ризаһыҙлығы ҙур. Көн һайын килә лә, йә һарай, йә мунса ҡыйығына ҡунып, Аҡсайға ҡарап шыҡырлай ҙа шыҡырлай. Аҡсай ҙа буш ҡалмай. Һайыҫҡанға ҡаршы ултырып ала ла сәңкелдәй ҙә сәңкелдәй тегегә. Ахырҙа, һайыҫҡан ялҡа, буғай. Осоп китә. Бер көндө ул күршенең йәш бесәйен баҫтырып, алма ағасына мендергән. Кискә тиклем тегене ҡарауыллаған, төшөрмәгән. Ағас төбөнә ултырып сәңкелдәгән дә сәңкелдәгән. Ахырҙа, хужаһы килеп, бесәйен ҡотҡарып алып ҡайтҡан. Аҡсайҙы бигерәк тә ҡапҡа эсендә үҙен тик ул ғына хужа итеп тотҡан ҙур божор әтәс яратманы. Тауыҡтары менән һарай алдында ҡуҡырайып йөрөгән әтәс, көсөктөң ҡапыл күтәрмә өҫтөнән һикереп төшөүен күреү менән башын аҫҡа эйеп, ҡанаттарын һалбырата биреп йүгереп килеп уға ташлана. Тәүге һөжүмгә Аҡсай ҡаршы тора алманы. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа күрмәгән был ҡуҡырай дошмандан суҡылыу менән, сай ҙа сой килеп, күтәрмә аҫты тишегенә инеп китте. Әтәс маҡтанып, ҡуҡырайып, атаҡ та атаҡ та булып тауыҡтары янына киткәс тә әле, Аҡсай йәшенгән урынынан сыҡмай, байтаҡ ултырҙы. Көндәр йылынғас, Аҡсайҙың өйгә ингеһе килмәй башланы. Күтәрмә аҫтын үҙ итте. Ҡатырға өйөн шунда сығарып ҡуйғас, бигерәк иркенләне. Ҡапҡа эсендә йөрөр өсөн ул иң алда солан аҫты тишегенән башын ғына сығарып, «Божорҙо» ҡарай. Божор сүплектә йә мал-тыуар араһында йөрөһә, сыҡмай. Алғы аяҡтарына башын һалып күкрәгенә һөйәлеп ята ла Божорҙоң һарай эсенә инеүен көтә. Әммә уның Божорҙан ҡурҡып, артҡа аттар янына сабып сығыуы көн һайын уңышлы үтмәй. Божор уны йә һарай ҡапҡаһы аша, йә мөйөш аръяғынан күреп ҡала ла, ҡанаттарын төшөрөп, Аҡсай артынан төшә. Ҡыуып етә алһа өҫтөнә һикерә, типкесләй, суҡый. Ҡобараһы осҡан Аҡсай сайылдап-сайылдап йә кире солан аҫтына, йә аттарҙың аяҡ аҫтына кереп ҡотола. Божор аттарға яҡын уҡ бармай. Ә Аҡсай аттарҙы үҙенең яҡлаусыһы итеп белә. Бигерәк тә ул Ҡарағош исемле атымды, уның инәһен Зинка ҡушаматлы оло бейәне ярата. Ниңәлер, ул һыйыр-һарыҡтарға бик үк һырығып бармай. Ә Ҡарағош менән Зинканың аҫтында уҡ йөрөй, аяҡ бәкәлдәрен ялап-ялап ала. Аттар уны тибеп осормай.

Яҙ етеп, шаулы ташҡын ташты. Малайҙар эшләп элгән ояларға сыйырсыҡтар ҡунды. Малдар тау битләүҙәренә сыҡты. Аҡсай ҙа Ҡарағош менән Зинка артынан ҡалмай. Көнө буйы улар менән ҡырҙа йөрөй. Сысҡан, йомран ояларын ҡаҙып маташа. Әммә дәрте булһа ла, дарманы юҡ. Сөнки тырнаҡтары үҫеп, ҡатып өлгөрмәгән, ҡанап интектерә. Ҡау үләнен ашап туйғас, аттар арҡаларын ҡояшҡа ҡуйып торған килеш юшай. Аҡсай ҙа шул тирәлә үлән араһына һуҙылып ятып йоҡлай. Йылҡы малында һәр көн ҡайтыу ғәҙәте булмаһа ла, Ҡарағош менән Зинка, кис булдымы, өйгә ашыға. Иң алда ҡойроғон тәгәрмәсләндереп Аҡсай юрта. Ул асыҡҡан. Уның артынан һуҡмаҡҡа лап та лоп баҫып ерән Зинка бара. Ә иң артта Ҡарағош атлай. Зинка менән Ҡарағош ҡайтмаҫ та ине – уларҙы тәмле һоло көтә.

Ҡайтҡас, эсе күптәйгәнсе Аҡсай ҙа ашай. Туйһа ла, бутҡа тәгәсен таҙартҡансы ялай. Унан һуң ҡойроғон төшөрә биреп, Божорға ла иғтибар итмәй, аттар янына сыға. Сыға ла, аттарға төнгөлөккә һалынған бесән аҫтына, уҫтыҡҡа кереп ята. Шулай йәй үтте. Аҡсай үҫте. Көҙгә, август айына, ун бер айлыҡ булды. Божор менән Аҡсай араһындағы мөнәсәбәт тә уның файҙаһына үҙгәрҙе. Уға һигеҙ ай тулды тигәндә, Божорҙоң нәүбәттәге һөжүме уның өсөн бик уңышһыҙ булды. Аҡсай, Божорҙоң һөжүменә яуап итеп, уның типке аяғын, ҡанатын, муйынын тешләп, йөндәрен туҙҙырҙы. Ҡото осҡан Божор, атаҡ та атаҡ итеп, һарай эсенә ҡасып ҡотолдо. Башҡаса ул Аҡсайға һөжүм итергә баҙнат итмәне. Уны күрһә, башын күтәреп, тауыҡтарына ҡушылып ҡытҡылдап, уны ҡарашы менән генә оҙатыр булды.

Август урталары, бесән осоро етте. Меңьяпраҡ, клевер-туҡранбаш, аҡтамыр, төлкө ҡойроғо сәскә атты, беште, һоло тәлгәшләнеп һөтлө булып баш ҡоҫто. Аттарҙың береһен егеп, икенсеһен эйәртеп, бесән күбәләргә йөрөйөм. Артыҡ ҡабаланмай, ат тартырлыҡ итеп, көн һайын 12, хатта 15 күбә өйәм. Аттар рәхәтләнеп туғайҙа ашай, эҫелә ағас аҫтында күләгәлә ял итә. Аҡсай ҙа беҙҙең менән бесәнгә йөрөй. Бесәнлек бер йылда ла ҡоромай торған ике йылға шырлығы уртаһында урынлашҡан. Йылға башы, күп шишмәлектәрҙе ҡушып, шырлыҡ эсендә ҙур батҡыл яһай. Унда түбәлектәр, ваҡ ҡарағайлыҡ – теркелек бар. Шырлыҡ эсен элек-электән төрлө ҡыр хайуандары үҙ итте. Йәй көндәре мышы, ҡыр кәзәләре, ҡабан да керә. Ял итәләр. Хатта даими йәшәүсегә лә әйләнәләр. Шырлыҡ ситендә – селдәр, теркелек араһында һуйырҙар оя ҡора.

Күбәләр өйөлөп бөткәс, уларҙы эҫкерткә һалышырға улым ҡайтты. Бесәнгә бишәүләп йөрөй башланыҡ. Ике ат, Аҡсай һәм беҙ. Һуңғы кәбәнде өйгәс, ял иттек. Һәр төрлө тормош ҡытыршаларын һөйләшеп, оҙаҡ ултырҙыҡ. Ҡояш Оло Урал армытына һәлпәйә биреп, «Уй таш» тауының ҡаялары өҫтөнә килеп менде. Көн кискә ауышты. Аҡсай беҙгә иғтибар итмәй. Шырлыҡ эсенә кереп йә селдәрҙе осора, йә һыуға төшкән ҡыр кәзәләрен саңҡылдап өрөп Түсәй тауына баҫтырып алып китә. Ҡайҙалыр һыу булып, балсыҡҡа буялып, телен һәлберәтеп оҙаҡ йөрөп килә. Унан һуң ҡойроғон бер туҡтауһыҙ болғап, йылы ғына йомшаҡ теле менән битте, ҡулды ялай. Әйтерһең дә, бөтә ҡиәфәте, уйы «Ҡурҡмағыҙ, мин уларҙы йыраҡҡа ҡыуҙым, хәҙер килмәҫтәр», тигән кеүек.

Августың был көндәрендә ун биш көнгә ҡош-ҡортҡа һунар асылды. Ҡайтыр алдынан сел йәки ҡор атып алырға ниәтләндек. Аҡсайға ла һынау булыр. Үлән араһына төшкән ҡошто табып бирер. Шулай уйланыҡ та, улым шырлыҡтың төньяғында ситтәрәк үҫкән ҡарағай аҫтына ултырырға ҡарар итте. Ә мин ҡуйылыҡты урап, ҡаршы яғынан инәм. Улым Аҡсайҙы бәйләп, үҙе менән алып китте. Сөнки мылтыҡ уның ҡулында. Ә мин ағастарға һуғып, еңел генә тауыш бирер өсөн метр ярымлыҡ таяҡ ослап, ҡулға тотоп алдым. Ҡуйылыҡ эсенән минән ҡурҡып осҡан ҡор, һуйыр нәҡ тә улым ултырған ҡарағайҙар өҫтөнән осоп үтергә тейеш. Иҫәп шулай. Атып төшөрһә, бер ҡаҙан һурпа була. Осоп, ситкәрәк төшһә, Аҡсайға эш. Ул табып бирә. Шырлыҡты урап, аръяғына сыҡҡайным инде. Ҡапыл әле генә мин сыҡҡан кисеүҙә һыу шапылдағандай булғанға боролоп ҡараһам, йән-фарман сабып Аҡсай килә. Минең янға килеп еткәс, шатлығынан сыйылдай, бер туҡтауһыҙ ҡойроғон болғай, аяҡтары һыу, батҡаҡ тип тормай, тәпәйҙәре менән күкрәккә баҫып, битте ялар өсөн өҫкә һикерә башланы. Шулай уның менән иркәләшеп, шырлыҡ ситенә килеп еттек. Ҡапыл ул шаярыуҙан туҡтаны. Етдиләнде. Башын күтәреп, шырлыҡ яғын еҫкәне лә, сабып эскә кереп китте.

Күп тә үтмәне, минән уңдараҡ эстә саңҡылдап-саңҡылдап өрә лә башланы. Тәүге уйым шул булды: терпе тапҡандыр, шуның менән булышалыр. Әммә тауышы бер урында түгел. Йомарланған терпегә бер урында ғына өрөр ине. Ә был йә ары, йә бире китеп өрә. Ниндәйҙер йән эйәһен абалағандай ҙа тойола. Ҡыр кәзәһе булһа, күптән сығып ҡасыр ине. Ә абалау, саңҡылдау бер туҡтауһыҙ ян-яҡҡа китеп дауам итә. Әммә өрөү тауышы йыраҡ китмәй. Шул тирәлә өйөрөлә лә сөйөрөлә. Енот йыраҡ ҡаса алмай. Әллә шуны табып абалаймы икән, тип тә уйлайым. Улай тиһәң, енот бит, өҫтөнә үлемесле ҡурҡыныс баҫты икән, үлгән булып ята ла һис ҡыбырламай. Хатта тын алышы ла һиҙелмәй. Йән эйәһенең тәбиғәтендәге ғәжәйеп күренеш был. Енот та түгел был, тип уйлайым. Ул булһа, өрөү майҙаны бәләкәй булыр ине. Әллә һеләүһенме икән? Ә ул һаҙҙа, шырлыҡта ни эшләп йөрөй? Ғәжәп түгел. Ҡоралай бәрәсен йә ҡуян һағалап йөрөгәндер. Төрлөһөн уйлайым. Әммә әле урынымда тик торам. Эскә инһәм, Аҡсай абалаған йәнлекте ҡурҡытып ҡасырырмын да, уны мәхрүм итермен, тип уйлайым. Әйҙә, күрһен. Әйҙә, өйрәнһен...Тора биргәс, ҡәтғи һығымтаға киләм. Аҡсайҙың йөрөп өрөүенең майҙанына ҡарап, уның ҙур йәнлекте абалағанын төшөндөм. Мышылыр был быҙауы менән, тигән ҡарарға киләм. Эт быҙауға, ә мышы эткә ташланалыр, тигән уй нығынды. Хәҙер үк быларҙы бер-береһенән айырырға кәрәк, тигән уй менән эскә, ҡуйылыҡҡа йүнәлдем.

Эстә бейек үлән, тумар. Аҡсай һаман да ары ла, бире лә ташланып өрә. Уның тауышына яҡынлағандан-яҡынлайым. Ана, алда бер төптән өс-дүрт тармаҡ булып үҫкән ҡарт өс тал күренә. Дарыуға ҡабыҡтарын һыҙырып ала торған ҡара талға оҡшай. Эт хәҙер бер урындараҡ өрә. Тағы ла тумарға һөрөлә-һөрөлә, ете-һигеҙ аҙым алға, ҡара талдарға табан атлайым. Аҡсай шунда ғына, талдар аръяғында ғына өрә. Бына бейек үләндәрҙе йы-райыра өйкөм талдарға килеп еттем. Мышы алдымда ғына торалыр, тип уйлайым. Әммә ҡара-һоро мышы күренмәй.

Тағы ла ике-өс аҙым атланым да, шаҡ ҡаттым. Өйкөм ҡара талдар араһында башын эйә биреп, Аҡсайға ташланырға әҙер торған ҙур ҡара-һоро айыуҙы күрҙем. Арабыҙ ун биш, ун ете аҙым самаһы ғына. Минең килеп сығыуҙы һиҙгән айыу, иғтибарын эттән алып, башын яй ғына миңә борҙо. Әммә кәүҙәһе нисек торған, шулай ҡалды. Ҙур, йыуан, оҙон, бейек. Башы ун биш литрлыҡ ҡоромға буялған биҙрә хәтлем.

Беҙ бер-беребеҙҙең күҙҙәренә текләшеп ҡарап ҡаттыҡ. Бәләкәй генә түңәрәк ут күҙҙәрендәге асыу яйлап артҡандан-арта барҙы. Мин ни эшләргә лә белмәй, торған урынымда шаҡ ҡатҡанмын. Эт унын ян-яғына сығып абалай ҙа абалай. Ҡайһы ваҡытта ул айыуҙың арт яғына сығып, ботонда һалбырап торған оҙон йөнөнән тартырға ла самалай. Шул ваҡытта айыу минән һис ҡарашын алмай ғына алғы аяғы менән эткә «бар кит» тигәндәй һелтәнә. Эт шунда уҡ һөжүм йүнәлешен үҙгәртә. Башҡа йүнәлештән һөжүм итеүенә айыу иғтибар ҙа итмәй. Унын бөтә иғтибары миндә. Күҙҙәрен минән һис алмай. Бына ул яйлап ҡына өйөм талдың аръяғынан сығып, миңә ҡарап баҫты. Әммә ике аяғына түгел, ә дүрт аяғына ла. Быныһы инде ҡурҡыныс алым. Ташланыу алымы. Дошманын ҡурҡытыр булһа, ул ике арт аяғына баҫыр ине. Эт мине күргәс, бигерәк тә дәртләнде. Асырғаланып-асырғаланып айыуҙың ян-яғынан йөнөн тартҡыларға самаланы. Хәҙер инде айыу уға бөтөнләй иғтибар итмәй. Исмаһам, һелтәнеп тә ҡуймай. Уның бөтә иғтибары миндә. Бына ул күҙҙәрен минән алмайынса, башын түбәнерәк эйҙе. Арҡа йөндәре яй ғына ҡабара башланы. Минә ташланырға ҡарар итте был. Мин дә уны ҡалдырып, кире сығырға ҡарар иттем. Таяҡты һөңгө кеүек ике ҡуллап алға тотоп, арт менән сигенә башланым. Алғы яҡ менән артҡа. Айыуға арҡа күрһәтергә ярамай. Ул уны ҡурҡыу, ҡасыу билдәһе итеп таный ҙа, шунда уҡ ташлана. Ни тиһәң дә, уны күҙ ҡарашы тота. Көндөҙ йыртҡыстар ҡорбандарына күп осраҡта арттан йәбешә. Төндә генә уларға күҙ нурҙары кәртә була алмай.

Күрәһең, кешенең күҙ нурҙарында йыһан ҡеүәте сағылмаһы йыртҡыстыҡыңа ҡарағанда көслөрәктер. Айыуҙы ла минең күҙ ҡарашым нуры тотҡандыр. Бына айыу, мин икенсе талға әҙ генә ышыҡланыу менән, ике-өс аҙым миңә табан алға атланы. Беҙ тағы ла бер-беребеҙҙең күҙҙәренә ҡарап торабыҙ. Дөрөҫөрәге, ул миңә ҡарап тора, ә мин арт менән сығыу яғына атлайым. Хәҙер иң мөһиме – һөрөнөп артҡа йығылып китмәү. Йығылып киттеңме, айыуға ташланыр өсөн бойороҡ була. Күҙ ҡарашы йоғонто итеүҙән туҡтай. Айыу шунда уҡ үҙен иркенлектә тоя. Уның эске ҡеүәте ҡорбанына ташланырға тәбиғи фарман бирә. Ҡулда осо осланған ҡайын таяҡтан башҡа бер нәмә лә юҡ. Уның менән айыуға ҡаршы йөрөп буламы ни? Бил ҡайышына хәнйәр эленгән эленеүен. Әммә нисек тура килә бит. Өҫтөңә килеп менеү менән башыңдан ҡабып ҡыҫһа, шунда уҡ иҫеңде юғалтаһың. Ул ваҡытта хәнйәр ярҙам итмәй. Әгәр ул ятҡан көйө ҡаршылашырға иткән һул ҡулың менән мәшғүл булһа, иҫең етеп, уң ҡулын менән хәнйәр һурып сығара алһаң, бәлки, аҫтан бер-ике тапҡыр сәнскеләй алырһың. Ун биш, ун ете сантиметрлыҡ хәнйәр мылтыҡ йәҙрәһендәй яра һалыр. Берәй ағзаңды айырып тартып алмаһа, бәлки, ҡотолорһоң.

Ә әлегә мин, тумарға һөрөнөп йығылмаҫ өсөн аяҡтарҙы күтәрә-күтәрә баҫып, артҡа атлауымды дауам итәм. Айыуҙың бер-ике аҙым алға атлауы була, Аҡсай тегене арттан тартҡылай ҙа ситкә һикерә. Айыу уны ҡыуып ебәрә лә тағы ла миңә төбәлә. Аҡсай айыу миңә ынтылам тигәндә генә арттан килеп бот араһына йәбешә. Тегегә башҡа сара ҡалмай. Кинәт боролоп, этте тотайым тип уҡталһа, ул инде өс-дүрт метр ситтә була. Мин Аҡсайҙың шул алымын ҡулланып, айыу уның менән мәшғүл булғанда, ун-ун биш аҙым йырағайып ҡалам. Бына шырлыҡ ситенә килеп еттем. Уф, Алла! Айыу эттән ҡотолоп, инде туҡтамайынса миңә ташланырға булғайны. Минең шырлыҡ ситендә икәнде шәйләгәс, миңә ташланыу дәррәүе бөттө. Туҡтап, миңә ҡарап торор булды. Тик беҙҙең аралыҡ арыу ғына алыҫлашҡайны.

Айыу бүре түгел. Алыҫтағы ҡорбанына ташланмай. Ә Аҡсай тегене һаман да кеҙәләй генә. Йә арттан тарта, йә алдынан абалай. Миңә ташланырға ирек бирмәй. Ә мин уны саҡырам да саҡырам. Тик ул мине ишетһә лә, тыңламай. Үҙ эше менән шул тиклем мәшғүл. Әйтерһең дә, донъяға нимә өсөн килгәнен белә. Тоҡомона тоғро. Айыу уға албырғап, нимә ҡылырға ла белмәйенсә, шырлыҡ ситендә тороп ҡалды. Ә мин үлемдән ҡотолоп сыҡтым да: «Улым, айыу, улым, айыу», – тип ҡысҡырып, кисеүҙе кисеү тимәй шап та шоп йүгереп аша сығып, ул ултырған ҡарағай төбөнә йүгерҙем. Мине күреп, улым ҡаршы сыҡты. Шырлыҡ киң ине, ярты саҡрымдай булыр. Ел дә ул ултырған түпһәлдән миңә өрә. Улым бер нәмә лә күрмәгән дә, ишетмәгән дә. Айыу шырлыҡ эсендә мине талап үлтерһә лә, ул бер нәмә лә белмәй, был яҡта ултырыр ине.

Йәш, көслө, дәртле улым, айыу һүҙен ишеткәс, ҡоторҙо ла китте:

– Әйҙә, әйҙә атай, тиҙерәк барайыҡ, мин уны хәҙер атам, – ти был.

– Юҡ, улым. Беренсенән, рөхсәтһеҙ айыуҙы атырға ярамай, әжере бик ҙур. Икенсенән, айыу атыу ҡуян алыу түгел. Хәҙер кис. Тиҙҙән мәҙек һуғыла. Шырлыҡ эсе ҡараңғылана. Бәлки, ул берәй емтек янындалыр. Бара башлаһаң, ҡыҙғанып, тора ла йәбешәсәк.

Шул дәлилдәрҙе килтергәс, улым һыуына төштө. Ә Аҡсайҙан тауыш та, тын да юҡ. Иң алда арба янына төшөп, аттарҙы тотоп бәйләнек. Шул арала Аҡсайҙың эстә һаман да айыуҙы абалауы ишетелә. Башҡа сара юҡ. Тоттоҡ та Аҡсайҙы саҡырырға шырлыҡ араһына йүгерҙек. Донъя хәлен белеп булмай, тип, мин оҙон һаплы балтаны ҡулға эләктереп алдым. Кисеү аша сыҡҡанда Аҡсайҙың тауышы ишетелә ине, әммә ҡайҙалыр төптә, йыраҡта кеүек. Мин ҡасып сыҡҡан ергә килеп туҡтаныҡ та, Аҡсайҙы саҡырабыҙ, әммә ләм-мим. Бер тауыш та, он дә юҡ. Тыңлайбыҙ. Тауыш юҡ. Мин айыуҙан ҡасып сыҡҡан ерҙән улым мылтығын тотоп эскә инеп киткәс, уны ҡурсалап, балтаны тотоп, мин дә артынан эйәрҙем. Шырлыҡ эсе инде ҡараңғы. Аҡсайҙы төрлөсә итеп саҡырабыҙ. Тауыш-тын ишетелмәгәс, туғайлыҡҡа кире сыҡтыҡ. Унда ла мәҙек тулыһынса ерҙе солғаған.

– Шырлыҡ аша сығып, аттар янына киткәндер ул, – ти улым.

Уның был фаразына ышанып, тиҙ-тиҙ арба янына атланыҡ. Әммә Аҡсай арба янында ла юҡ ине. Аттарға менеп, икебеҙ ике яҡтан шырлыҡты урап, Аҡсайҙы саҡырып йөрөп сыҡтыҡ. Тик Аҡсай һыуға батҡан кеүек юҡ. Өн дә, тын да юҡ. Бик бошоноп, төндә генә ҡайтып киттек. Өйгә ҡайтҡас, Аҡсай тураһында һүҙ сығармаҫҡа тырыштыҡ. Ул бик арыған, йоҡлай, тигән уйҙырма һүҙ әйттек. Хатта тәгәсенә аш сығарып һалдыҡ.

Төндә, бәлки, ҡайтыр, тип өмөт иттек. Сыҡҡан һайын аш һалынған тәгәсен тикшерҙек. Әммә ул тулы көйөнсә тора бирҙе. Иртәгеһен бик иртә тороп, аттарҙы егеп, бесәнгә барабыҙ тигән булып, Аҡсайҙы эҙләргә киттек.

Шырлыҡты тағы ла икебеҙ ике яҡтан урап сығырға ҡарар иттек. Һанама юл менән шырлыҡ башындағы ҡалҡыулыҡ араһына сәселгән һоло игененә китеп барам. Юлдағы һәр эҙҙе күҙәтәм. Иген ситендә өйөлөп ятҡан тик һоло ҡатыш айыу тиҙәген ике ерҙә осраттым. Улым килде. Был төндә ул һоло игенендә булған икән. Күп ерҙә һолоноң баштарын һындырып ашап бөткән. Еңеләйгән ҡоро һабаҡтары ғына елдә елберҙәп ултыра. Был алпамыша шырлыҡҡа кире кереп ятҡандыр, тип уйлайбыҙ. Аттарҙан төшөп, ялан ерҙәрәк үҫкән ҡайынға бәйләнек тә, кисә кис кергән юл менән эскә инә башланыҡ. Үләндәр тапалған, иҙелгән. Бына мин айыуҙы тәүләп күргән ҡара тал өйкөмө. Бында үләндәр бөтөнләйгә тапалып бөткән. Ауыр еҫ килгән кеүек. Ян-яҡты ентекләп ҡарағас, күреп ҡалдым. Әллә айыу үҙе, әллә бүре мышының башмағын йыҡҡан булған икән. Байтаҡ ваҡыт элек булған байрам урынында туҙған йөндәр, яртылаш ҡаҡ баш һөйәге, ике тояҡ ята. Тояҡтарға ҡарағанда, бер йәшлек башмаҡ. Аҡсай менән минән шул емтекте ҡыҙғанып ҡарауыллап ятҡан икән айыу. Хәҙер уның тәбиғи холҡо асыҡланды.

Ә Аҡсай, Аҡсай ҡайҙа һуң? Үләнде йығып, ишәләнеп киткән юлдарынан тағы ла төп-кәрәк үтәбеҙ. Бына алдараҡ ҡоролоҡ ситендә үлән айырыуса ишәләнгән. Ниҙер тырналған, өйөлгән. Ян-яҡты иғтибар менән ҡарайбыҙ. Бына дүңгәк, уның төбөндә сатыр-сотор өйөмө. Улым өйөмдө арлы-бирле типкесләне лә, аҫтынан үле Аҡсайҙы һөйрәп сығарҙы. Бахырҡайым! Эсе йыртылып киткән, эсәктәре күренеп тора. Башы тотош ҡан. Бер күҙе һытылып килеп сыҡҡан. Артҡы аяғы һынған. Артабан көрәк килтереп, шырлыҡ ситендәге туғайлыҡҡа сығарып, өс тармаҡлы ҡайын төбөнә Аҡсайҙы күмдек.

Уның ҡәбере янына ултырып, айыу менән һуңғы алышын күҙ алдына килтерәм.

Айыу миңә ана ташланам, бына ташланам тип, Аҡсай ҡамасаулағанға ташлана алмағас, мин дә унан йыраҡ уҡ яланға сығып өлгөргәс, ҡапыл емтеге иҫенә төшкәндер. Мине боролмала күҙҙән юғалтыу менән емтеген Аҡсайҙан ҡыҙғанып, ҡапыл уға ташланғандыр. Асыуы килгән айыу, Аҡсайҙы төпкә баҫтырып, хатта бире тороп ҡалғандыр. Әммә һеркә кеүек сәбейәшкә көсөк, кире сабып килеп, был хужаны емтегенән тағы ла ҡыуырға керешкәндер, тип бик дөрөҫ фаразлайым, шикелле. Эйе, ярһыған Алпамыша был юлы Аҡсайға, уның абалауынан да ялҡып, маҡсатлыраҡ ташлана. Айыуҙың әлегә тиклем былай ҙур асыу менән ташланғанын көтмәгән Аҡсай, ҡаушап уҡ ҡала. Сөнки әлегә тиклем Алпамышаға Аҡсай үҙе ташлана ине. Бындай һөжүмде көтмәгән Аҡсай, әллә һөрөнөп китә, әллә ситкә һикерергә ағас ҡамасаулай... Күрәһең, уға айыу шул ваҡытта алғы ҡулы менән бик ныҡ һуғыуға өлгәшә. Тәкмәсләп барып төшкән Аҡсайҙы ул тотоп та ала. Ҡаршылашырға ауыҙын асҡан Аҡсайҙың бөтә башын ҡабып, иҙгәнсе бер тешләй ҙә ҡуя. Тотҡан йә йыҡҡан ҡорбанын күмеп ҡуйыу ғәҙәте булғанлыҡтан, ул Аҡсайҙы шунда уҡ сүп-сар тырнап күмә. Ә беҙ уны был ваҡытта шырлыҡ тышында саҡырып эҙләгәнбеҙ...

Аптырарһың. Ер йөҙөндә күпме үлтереш, күпме ҡан ҡойош. Кемдер кемгәлер ысынлап та эт! Ә эт кем? Ниңә насарҙы кеше эт ти? Ә бит эттәр араһында ла, эт булһа ла, эт булмағандары ифрат күп. Кеше үҙ ишен, үҙ кешеһен эткә тиңләп: ул эт, хатта эттән дә насар, тип тиргәй икән, ул кеше ысынлап та кешеләр араһындағы, бәлки, иң насар кешелер. Ә ниңә ул насар кешене эткә тиңләп һүгә? Кеше өсөн йәнен биргән эттәр ҙә баһа, был эт кешеләр ҡорған донъяны йәмләй, хатта данлай ҙа алалар. Бына минең ғүмеремде һаҡлап алып ҡалған был йоҙроҡтай ғына аҡ көсөк миңә кем? Әллә ғүмерем ҡыл өҫтөндә торған ваҡытта йәнемде һаҡлап алып ҡалыу өсөн Тәңремдән ебәрелгән фәрештәнең һаҡ көсөгө булдымы? Шулайҙыр. Башҡаса булмаҫ. Сөнки ваҡиға булды. Мин уға шаһитмын. Аҡсай булмаһа, бәлки, мин шәһит булыр инем. Исеме лә минең күңелемә ҡапыл күктән бирелгән кеүек булды. Аҡ фәрештә ярҙамсыһы булған икән Аҡсай! Уның алдында хәҙер минең бурысым да юҡ кеүек. Ул мәңгелеккә – баҡыйлыҡҡа китте. Уға ни бары 11 ай ғына ғүмер бирелгән булған. Булмышындағы үҙ бурысын үтәр өсөн. Эйе. Фәрештәһе уға батырлығын үтәргә насип иткән. Шул бурысын үтәп, үҙе баҡыйлыҡҡа күсте. Ул теге донъяға минең был донъяла йәшәүем өсөн китте.

Тик намыҫымды бер нәмә өйкәй: Аҡсайҙы һаҡлап алып ҡала алманым...

Автор:Загида Мусина
Читайте нас: