Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2021, 20:25

Коронавирус балаларҙы ла аямай

Өфөлә 17-се балалар дауаханаһы нигеҙгеҙендә  яңы тыуған сабыйҙар өсөн инфекция госпитале асҡандар.

 

Бөгөн республика клиник инфекция дауаханаһында ковид менән 141 бала ята. Шуларҙың 28-е - бер йәше лә тулмаған сабыйҙар. Улар бөтә республиканан йыйылған.

"Башинформ" агентлығына дауахананың бүлек мөдире Әлиә Ҡотдосова әйтеүенсә, йоғошло вирусты төрлө бала төрлөсә кисерә. Вирусҡа тиклем үк ауырыу булған балалар ҙа бар. Уларға үтә ныҡ иғтибар талап ителә. Ҡайһы берҙәрен ИВЛ аппаратына тоташтырырға ла тура килә. Өфөлә 17-се балалар дауаханаһы базаһында хатта яңы тыуған сабыйҙар өсөн инфекция госпитале асҡандар. Ғәҙәттә, сабыйҙар вирусты ғаиләлә йоҡтора. Шуға ла сабыйҙарҙы хәүефле ауырыуҙан һаҡлау сараһын күрәйек. 

 

 

 

Коронавирус балаларҙы ла аямай
Коронавирус балаларҙы ла аямай
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: