Шоңҡар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2021, 19:22

Йылдар аша — тыуған илгә

Ул 1919 йылда Петросоветта айырым батырлыҡ өсөн бирелгән булған.

Йылдар аша — тыуған илгә
Йылдар аша — тыуған илгә

Бөгөн БР Милли музейында тарихи уникаль экспонат — 1920 йылғы 2-се Башҡорт уҡсылар полкының айырым башҡорт уҡсылар бригадаһы байрағын музейға тапшырыу сараһы үтте.

Байраҡ Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Филүс Хәмит улы Ишбулатовтың тырышлығы менән АҠШ-ғы шәхси коллекциянан һатып алынған.

Ул 1919 йылда Петросоветта айырым батырлыҡ өсөн бирелгән булған. 1920 йылдың апрелендә Башревком уҡсылар бригадаһы өсөн айырым байраҡтар әҙерләргә ҡушҡан һәм 1 майҙа бригада һәм 1-се кавалерия полкына тапшырырға ниәтләгән. Әммә ул 27 майҙа ғына тапшырыған.

Әле БР Милли музейы фондында 1-се, 2-се башҡорт уҡсылар полкы һәм Петроград эшселәр Советы һәм Ҡыҙыл Армия депутаттары байраҡтарынан тыш, 46 байраҡ һаҡлана. Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе етәксеһе Р. Н. Рәхимов фекеренсә, төп байраҡтар тапшырылғанса, башҡорт яугирҙәре рәсми булмаған байраҡтар файҙаланған. Шуларҙың береһе хәҙер БР Милли музейында һаҡланасаҡ.

Байраҡ ике яҡлы: бер яғында ҡыҙыл туҡымаға социализм билдәһе төшкән айлы йондо төшөрөлгән, икенсе яғында ҡалҡанлы ҡылыс һәм ат һүрәте, «Башҡортостан» һүҙенең ғәрәпсә яҙыуы бар.

Ҡоролтай.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: