Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2021, 18:32

Сәләмәтлек үҙебеҙгә бәйле

Шул ваҡыт 60 йәштәр тирәһендәге бер ҡатын – ҡыҙ ҙа алған әйберҙәрен күтәреп килеп баҫты. Бер ҡулдан икенсе ҡулға әйберҙәрен күсереп ҡуйҙы ла “Эй, ҡуй – ҡуй, ошо ике - өс кило әйбер ҙә күтәрә алмай башланы был ҡулдар”, - тип һөйләнде миңә ҡарап, ул ике пакетка һалынған әйберҙәрен нисектер тиҙерәк ҡулдарын азат итергә теләгәндәй хатта ырғытып, шапылдатып ҡуйҙы. Троллейбус тиҙ килде. Урын күп булһа ла минем яныма килеп ултырҙы. “Ней ҡулдарҙың, ней аяҡтарҙың рәте ҡалманы.90 йәшлек ҡарсыҡ кеүек үҙемде хис итәм. Ошо ғына нимәне көскә күтәреп сыҡтым. Ҡара әле был ҡулдарға. Шешме, һыумы..."

 

 Түбәндә сағылдыраласаҡ темаға яҙырға уйлап йөрөй инем. Тик тормош мәшәҡәттәре бер ҙә яйын сығармай ҙа ҡуя. Тиҙерәк яҙып биткә ҡуйырға бер апайҙың тарихы сәбәп булды. Ҡала баҙарына көҙҙән ултыртып ҡуйырға һарымһаҡ орлоғо алырға сыҡтым. Баҙарҙа иң яратҡан урыным - шәхси хужалыҡтарҙа һәм баҡсаларында үҙҙәре үҫтергән ризыҡтарын һатыусылар торған урын. Бигерәк тә көҙгө баҙар күҙҙәрҙе нурландыра. Нимә генә юҡ!!! Ниндәй генә төҫтәр юҡ!!! Иң саф ризыҡ ошонда инде! Оло йәштәге ағай һәм апайҙар янына туҡтап, улар менән һөйләшергә яратам. Бер йылы һүҙ әйтһәң дә күңелдәре була. Нимәне нисек үҫтергәндәрен матур итеп һөйләп тә ишеттерәләр. Ғүмер буйы эштән арынмаған ҡулдары менән тотоп биргән ризыҡтары шундай шифалы булып күренә миңә.Был ризыҡтарға күпме күңел нуры һеңгән, күпме хеҙмәт тире түгелгән. Алып ҡайтып ашағанда ла нисектер тыныс күңел менән ашайым.Иң сыйфатлы, иң тәмле ризыҡтар щул күҙҙәре нур сәсеп торған, биттәре ҡояшта янып, ҡулдарына ер көсө һеңгән кешеләр янында һымаҡ миңә. 

 Троллейбус туҡталышына пакетымды күтәреп, килеп баҫтым.Скамейкаға пакетымды ҡуйып баҫып торам. Шул ваҡыт 60 йәштәр тирәһендәге бер ҡатын – ҡыҙ ҙа алған әйберҙәрен күтәреп килеп баҫты.Бер ҡулдан икенсе ҡулға әйберҙәрен күсереп ҡуйҙы ла “Эй, ҡуй – ҡуй, ошо ике - өс кило әйбер ҙә күтәрә алмай башланы был ҡулдар,”- тип һөйләнде миңә ҡарап, ул ике пакетка һалынған әйберҙәрен нисектер тиҙерәк ҡулдарын азат итергә теләгәндәй хатта ырғытып, шапылдатып ҡуйҙы. Троллейбус тиҙ килде. Урын күп булһа ла минем яныма килеп ултырҙы. “Ней ҡулдарҙың, ней аяҡтарҙың рәте ҡалманы.90 йәшлек ҡарсыҡ кеүек үҙемде хис итәм. Ошо ғына нимәне көскә күтәреп сыҡтым. Ҡара әле был ҡулдарға. Шешме, һыумы. Быуын һайын нимә тупайып сыҡҡан инде. Артроз тиҙәр табиптар.Төнө буйы һыҙлап сығалар. Аяҡ тубыҡтарым да шулай. Тәғәйенләгән дарыуҙарҙы, уколдарҙы вис алдым. Но что то алға китеш юҡ. 60 йәшемдә инвалид булып барам. Ҡартайған көнөмдә лә кеше көнлө булырға яҙмаһын тип теләйем дә ул.( Аллаһы Тәғәлә был ғөзөрөңдө ишеткән булһын, апай! Минем уй.) Муйында остеохондроз тинеләр. Иртәнсәккә ҡатып ҡала. Көскә тороп китәм. Арҡам таҡта кеүек булып ҡала оҙағыраҡ ултырһам. Короче, ҡатып барам буғай. Массаж тигәстәре, бер курс үттем. Бер айға ла етмәне, тағын ҡаттым. Бер пенсияға һаман массажға йөрөп булмай.Аяҡтарым, ҡулдарым үҙемдеке кеүек түгел,”- тип аҡрын ғына һөйләп барҙы. 

 Һөйләп бөткәс, пакетын алдына ҡуйып, ҡулдарын күрһәтте. Кәкерәйеп береһе өҫтөнә икенсеһе менә башлаған бармаҡтар... Күпме эш эшләгән 60 йыл осоронда улар. Бәхетле ҡартлыҡта йәшәргә хаҡлылар ҙа... 

 Был апай миңә үҙенең хәләтен һөйләне лә туҡтап ҡалды. Ә минем башымда уйҙар ҡайнаны, улар әсеттереп күңелде айҡаны. Ҡайҙа беҙҙең хаталарыбыҙ? Ошондай фиҙәкәр хеҙмәт ҡуйып, ғүмер буйы тырышып эшләп, нишләп ҡартлыҡта интегеп йәшәргә тейешбеҙ? Эшләй беләбеҙ, күңелдәребеҙ изге нийәттә, ә үҙебеҙҙең тәнебеҙҙе тәрбийәләргә белем йыймағанбыҙ тип нәтижә яһаным мин сираттағы тапҡыр. Беҙ тәнебеҙҙе аяуһыҙ эксплуатациялайбыҙ!!! Ватабаыҙ!!! Емерәбеҙ!!! Бысыратабыҙ!!! Ә бит теләһә ҡайһы аппаратты, машинаны өф итеп кенә тотонабыҙ, йыуып, ремонтлап торабыҙ. Хәҙер бигерәк тә береһенән – береһе текәрәк машиналарҙа йөрөйбеҙ. Ул таҙа, ялтырап торһа, ғорурланып ҡарайбыҙ. Ә нишләп үҙебеҙҙең төп аппартатты ғорурланып йөрөрлөк итеп тәрбийәләмәйбеҙ һуң? 40-50-60 йәшкә инде хәҙер “восстановлению не подлежит”ҡа тигәндәй килеп етәбеҙ. Дөрөҫ белем йыйыу аҡһай тип уйлап, мәктәп скамейкаһынан уҡ балаларҙы үҙҙәрен тәрбийәләргә (Биткә косметика һөртөргә, тырнаҡтар буярға тимәйем. Уныһын да дөрөҫ итеп ҡулланырға өйрәтеү кәрәктер. Ваҡытында бәҙрәфкә йөрөү, һыу эсеү, эс ҡатырмау, һәм башҡалар.) өйрәтә башларға кәрәктер, беҙҙең хаталарҙы ҡабатламаһындар өсөн тип уйлап ҡуйҙым. 

 Мин был һорауҙарҙы был апайға бирмәнем. Ауыртҡан сөйәлгә баҫҡандан ней файҙа? Үткән эшкә салауат!.Ваҡыт тар, туҡталышы етеп төшөп ҡалғансы барыһын да аңлатып өлгөрөргә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә минем ҡаршыға килеп баҫтырған икән, тимәк хаҡ фекерҙе тиҙ арала әйтергә тырышырға тейешмен. Бөтөн үтенестәр ҙә өн менән әйтелмәй. Ҡайһы берҙә өнһөҙ кинәйәләр ҙә була. Аңлай белергә генә кәрәк. “Һораусыны кире ҡаҡма,”- тигән Аллаһы Тәғәлә. 

 Мин һорау бирә барҙым,әйтелгән яуапҡа комментарий яһап барҙым. Һорауҙар биреп, нимәләр асыҡланым 

һуң? 

1. Һыуҙы бик әҙ эсә. Ә был хәл ниндәй бәләләр менән янай һуң кешегә? “Һыу – тормош сығанағы”тигән халыҡ. Һыуҙы һаҡларға, бысратмаҫҡа өндәү юҡҡа ғына түгел, бысыраҡ һыу тормош сығанағы була алмай. Тормош – ул беҙҙең ғүмер!!! Беҙ 60-70 процент һыуҙан торабыҙ. Тимәк һыуҙы әҙ эскән һайын, беҙҙең тәндә торғонлоҡ башлана. Сөнки һыуҙы һыу менән генә этеп сығарып була. Бысыраҡ иҙәнде бысыраҡ һыу менән йыуып буламы? Беҙҙең тәндә бертуҡтауһыҙ алмашыныу бара. Эшкәртелгән һыу бысырап тора, уны таҙа һыу лимфаларҙан. капиллярҙарҙан, быуындарҙан этеп сығарып тора. Таҙа һыу инеп бөтөн организмды йыуып тора. Тәндә ашаған ризыҡ төрлө беҙгә кәрәкле микро – макро элементтарға тарҡалып, бөтөн тәнгә каналдар аша тарала. Ул каналдарҙы йылға, диңгеҙҙәр буйлап ризыҡ барыу юлдары тип күҙҙалларға кәрәк.Ә һыу эсмәгәс, ул каналдар кибә, улар буйлап шулай уҡ ризыҡ бармай башлай.Был процесс туҡталһа йәки әкрен булһа, тәнебеҙҙең теләһә ҡайһы өлөшөндә лә туҡланыу көтөп торған өлөштәре асыға башлай. Ә лимфаларҙағы һыу ҙа бысырай, ә бысыраҡ һыу үҙенә урын таба. Ул тәндең тәләһә ҡайһы өлөшөндә йыйыла, ул ер ҡабара, бүртә башлай. Загрязнение лимфов тиҙәр, застой в сосудах тиҙәр, был нимәнән килеп сыға тип уйланайыҡ әле. Застой в лимфах нимә менән бөтә тип уйланһаҡ, бары тик рак крови, рак лимфов, йәки бүтән ғәләмәт - ғүмерҙе ҡыясаҡ хәл менән бөтә.Хатта бөйөрҙәр насар эшләй, һыуҙы таҙартмай, ә бауыр инде кибә, ҡата, уның 500 функцияһы булһа, ул функциялар “сворачиваются” Тәнгә кәрәкле витаминдар, майҙар, минералдар сыҡмай башлай. Бына шунда инде ҡартайыу, ҡатыу, умыртҡалыҡ һөйәктәренең бер – береһенә берегеүе, тайпылыуы, тарҡалыуы, кибеүе башлана. Һәм бөгөнгө көндә иң ныҡ таралған - быуын сиренә юл асыла. Быуындар ҙа кибә, шытырҙай, ҡата башлай. Һыу бармағас, унда ашау бармай. Бына һиңә артроз, артрит, косартроз.Тире кибә, баш мейеһе ҡыҫыла, инсульт, инфаркт, диабет.... Сосудтар тарая, эластичный булмай һәм проталкиваемость тигән функциялары насарая. Тимәк сосудтар буйлап тейешле ризыҡтар етешле бармай башлай. Сәс ҡойола, тырнаҡтар һына, күҙҙәр кибә һәм насар күрә башлай.Һанап бөтөргөһөҙ сирҙәргә юл асыла. Бигерәк тә эс ҡата башлай. (“Ике - өс көнгә бер сығам,-“ тине был апай.) 

2. Эс ҡатыу. Был турала күп яҙҙым. Эс ҡатыу бөтөн сирҙәргә юл аса. Ул саҡта эсәктәр паразиттар, бактериялар, бәшмәктәр, инфекциялар өсөн рассадникка әйләнә. Бигерәк тә эсәк ҡабара, һуҙыла, уның юҡарған диварлары аша теләһә ниндәй инфекциялар бөтөн ағзаларға сыға. Рак, миома, киста, полип, псориаз, пиолонефрит, гепатит, цирроз, холецистит ... Һанап бөткөһөҙ! 

 Ул ғәләмәттәр быуындарға инеп урынлаша, унда тайпылыштар башлана. Беҙ ашағанды ашап, уны тиҙәккә әйләндереп, эсте серетеп ятыуҙары үҙе бер ҡурҡыныс хәл. Беҙҙең тәнгә көс, энергия бирә торған ризыҡ беҙгә зыян һалып, сереп ята. Беҙҙең тән тиҙ ҡартая, тарҡала, һына, ватыла, күбенә башлай. Етешле туҡланыу һәм һыу етмәгәс, тире аҫтары ла кибә башлай. Арҡа ауырта, арый, умыртҡалыҡ һөйәге һығылмалығын һәм эйелеү – бөгөлөү мөмкинселеген юғалта башлай. 

3. “Ашау пенсияға ҡарап,”- тине апай. Аңлайым, беҙҙең алған пенсиялар киң аяҡҡа йәшәргә мөмкинселек бирмәйҙәр. Ҡытайҙағы кеүек 100000 дән артыҡ алып йәшәһәк, бәлки етер ине. Ә шулай ҙа алған пенсиябыҙҙы дөрөҫ туҡланыуға юнәлтһәк әйбәт булыр ине. “Ситуацияны үҙгәртеп булмаһа, уға ҡарашыңды үҙгәрт тейҙәр,”- психологтар. Эйе, пенсияны арттыра алмайбыҙ, финанс яғын үҫтерә алмайбыҙ икән, тимәк булғанын бәрәкәтле һәм дөрөҫ итеп ҡулланырға ҡала. Хаҡы әллә ней ҡиммәт булмаған һәм беҙгә сәләмәтлек бирә торған ризыҡтар ҙа бар. Апайҙың рационында синтетик сөпрәнән бешкән икмәк, шәкәр һәм печенье менән сәй эсеү, әҙ генә булһа ла ит һалып аш бешереү, макарон, картуф кеүек ризыҡтар ине. Ҡартайған һайын күберәк еңел үҙләштерелә торған үҙебеҙҙең йәшелсәләрҙән, мәҫәлән морковь, сөгөндөр, ашҡабаҡ, кабачки, һуған, һарымһаҡ, шалҡан. редиска кеүектәрҙән салаттар, уларҙы парҙа ғына бешереп май һалып ашауҙар,үлән сәйҙәре, еләк – емештәрҙе ботҡаларға һалып ашау. Һәм шулай уҡ бөтөн витаминдарға бай ярмаларҙы һәм игендәрҙе(бойҙай, арыш, арпа, һоло, кукуруз, һ.б.) бүрттереп, шыттырып ашау ныҡ арзан һәм ғәләмәт файҙалы. Улар бар йәштәге кешеләргә лә тулыһынса тәнгә талап ителгән микро – макро элементтарҙы бирәләр. Меңәрләгән һум аҡсаларҙы түгеп витаминдар алырға кәрәк түгел. Бойҙай 25 һум тора килоһы. Ошо бер килола ғына күпме көс, энергия бар беҙҙең өсөн.Барыһы ла тәбиғи һәм саф. Киләһе яҙмала был турала яҙырмын. Пенсияға сыҡҡас ваҡыт күп. Барыһын да уҡып, үҙләштереп, яһарға ғына кәрәк. Улар эсәктәргә лә ныҡ файҙалы, ашаған ризыҡ тиҙ эшкәртелә. Ҡатып ятмай, тән бар тик файҙалы элементтар ғына һура. Бауырға ла еңел, ул ризыҡта ауыр майҙар, зыянлы ферменттар юҡ. Бигерәк тә бойҙай бауырҙың клеткаларын ныҡ сәләмәтләндерә. Шыттырылған бойҙайҙы иттартҡыстан үткәреп, уға үткәргәндә төрлө емештәрҙе лә ҡушырға була. Тәмле. Файҙалы. Һыуҙа болғатып эсеү ҙә әллә күпме файҙалы витаминдар, минералдар бирә. Шәкәр диабеты вообще булмай. Сөнки бауыр сәләмәт булһа, ашҡаҙан аҫты биҙенә ныҡ ярҙам. Бауыр әйбәт эшләгәс үт ҡыуығына шыйыҡ үт сыға, унда таш үҫмәй. Үт әйбәт сыҡһа ашаған шәп эшкәртелә. Үт бит инде беҙҙең ашағанды тарҡатып, беҙгә әҙерләп бирә. Шул тарҡатҡан ризыҡты беҙҙең тәнгә эсәктәр аша төрлө каналдар менән тән һура. Ииии беҙҙең тән ғәләмәт шәп аппарат. Уны Аллаһы Тәғәлә шундай төҙөк һәм беҙгә хеҙмәт итергә шәп яһаған. Бары тик беҙгә уны дөрөҫ ҡулланыу инструкцияһын башыбыҙҙағы мейе эсенә индерергә кәрәк. 

4. “Апай, көн үҙәгендә физик күнегеүҙәр яһайһығыҙмы,”- тип һорағас, тертләп китте. “Мин школьница что ли?”- тип яуап бирҙе. Школьницаларға күнегеүҙәр етерлек, улар былай ҙа хәрәкәтләнә, һикерә, йүгерә. Ә беҙҙең тән ҡатмаһын өсөн көн үҙәгендә ябай ғына күнегеүҙәр яһау ҡамасауламай ғына түгел, ә мотлаҡ кәрәк. 

Мәҫәлән. 

а) Туры баҫып үксәләргә төшөп алыу. 50 тапҡыр яһаһаң да лимфадренаж әйбәтләнә. Йәки эшкәртелгән ризыҡ, һыу актив сыға башлай. Йәки организм ҡалдыҡтарҙан арына. Иҙәнгә тура ултырып, аяҡтарҙы әкрен генә һелкетеп ултырыу. Веналар ҡалҡмай. Тромб булмай. Шешенеү булмай. Әкрен генә алға табан эйелеү. Ҡулдар тубыҡтарға, әкрен генә бәкәлдәргә етергә тейеш. Билдәге ҡыҫылған, спазмда торған мскулдар азат ителә. Йоҡлар алдынан яһаһаң, әйбәт йоҡлайһың. Һәм шундай бәләкәй генә күнегеүҙәр тәнде сирһеҙ һәм формала тоторға ярҙам итә, ағзалар һуҙылмай, төшмәй. Был хәрәкәттәрҙең иң файҙалыһы – НАМАҘ уҡығандағы хәрәкәттәр. 

б) Массаж да шулай уҡ күнегеүҙәр рәтенә инә. Эйе, йылға исмаһам ике тапҡыр яһатырға һәм ойошҡан ҡандарҙы тарҡатырға кәрәк тейҙәр белгестәр. То аҡса етмәй, то ваҡыт юҡ. Булмаһын, ә һин үҙең яһа. Нисек??? Өйҙә булған бар нимә беҙгә хеҙмәт итергә тейеш! Мәҫәлән ишек яңағы! Ишек яңағына арҡаң менән килеп терәл дә әкрен генә умыртҡалыҡ һөйәгенә теймәйенсә ышҡып сыҡ. Ҡайһы ере тупаҫ, ҡатҡан,ауырта шул ереңде оҙағыраҡ, яҙылғансы массажла. Арҡа, умыртҡалыҡ һөйәге ҡатһа, йөрәк тә насар эшләй башлай. Сөнки йөрәктең функциялары уға шуларҙан килгән нерв епсәләренә лә бәйле.Нервтарҙы электр сымдары аша өйҙәргә килгән электр уты тип уйлағыҙ. Сымдарҙы алып ташлағыҙ, өҙөгөҙ, ут килмәй, килмәһә өйҙә тормош һүнә башлай. Массаж яһағанда бил тирәһен дә эләктер.Ашың бешкәнсе лә яһап алаһың! 

 Ишек яңағы аҡса һорамай!!! Табандарҙа меңәрләгән актив нөктәләр. Уларҙы активлаштырып торһаң, хәтер шәп була, күҙҙәр яҡшы күрә, ҡолаҡтар әйбәт ишетә. Бының өсөн массажный салонға барып өҫтәлдә һуҙылып ятырға ваҡыт юҡ 99 проц. кешенең. Ә нимәгә уҡлауҙар? Улар арзан. Аяҡ табандарын көн дә иртәнсәк шуларға баҫып бөтөн ерен массажлағыҙ. 5минут ваҡыт кәрәк. Һәм күҙҙәр асылып, ҡолаҡтар ишетеп, баш шәп эшләй башлай. Уҡлау аҡса һорамай!

 Устарҙа ла шулай уҡ бик күп нөктәләр. Ябай ҡәләмде ике ус араһына ҡыҫтыраһың да устарҙы ҡәләмде йөрөтөп ыуаһың. Ҡайһы ере ауырта шул ерен нығыраҡ ышҡырға кәрәк әле!!! Ҡәләм аҡса һорамай! 

 Аяҡ табанындағы ла, устарҙағы ла нөктәләр бөтөн ағзалар менән бәйле. Тимәк уларҙы көнгә бер нисә тапҡыр массажлап алһаҡ, беҙ ағзаларға һүнергә бирмәйбеҙ. Уларҙы активлаштырып торабыҙ.Улар әйбәтрәк эшләй, торғонлоҡ булмай.Улар ризыҡты тарта, эшкәртә. Умыртҡалыҡ әйбәт эшләһен өсөн күпме туҡлыҡлы бөтөн таблица Менделеева кәрәк. Ҡамыр түгел, ә минералдар, майҙар. Уларҙы еңел үҙләштерә торған ризыҡтарҙан эҙләргә кәрәк. Ә инеп сығып китә торған синтетик төймәләрҙән түгел. Ҡымыҙ, ҡорот, еләк – емештәр, йәшелсәләр, ашарға яраҡлы үләндәрҙән, ярмаларҙан.

в) Муйыным ҡатып бара тип йәшәргә кәрәк түгел. Уны көн үҙәгендә тиҫтәләр тапҡыр үҙ устарың менән гел ышҡып, ҡан әйләнешен әйбәтләтеп торорға кәрәк.Ултырып, ашыҡмайынса күп тапҡырҙар башты һелкеп, "Эйе,эйе"тигән һымаҡ, шунан "Юҡ, юҡ "тигән һымаҡ күенегеүҙәр яһарға кәрәк. Әлл ниндәй бороуҙар ү түгел, ә һалмаҡ ҡына яһап, спазмдағы мускулдарҙы расслаблять итәбеҙ. Шығырҙау ҙа бөтә башлай.Баш ауыртыуы кәмей.Ҡан баҫымы әйбәтләнә.Шулай уҡ бальзамдар, мазьдар менән аппликациялар, компресстар менән дә йомшартып, ҡан әйләнешен әйбәтләтеп тороу кәрәк.Шулай уҡ билгә лә ҡатырға бирмәҫкә кәрәк. Профессор Иван Неумывакин ниндәй булһа ла әйбергә ике ҡуллап тотоноп көн үҙәгендә билде яҙып алыу файҙалы тип күрһәткән видеоһын ҡарарға була.Иҫкиткес күп ҡырлы хеҙмәт эйәһе, иң мөһиме халыҡ медицинаһы докторы. Уға ышанырға була. 

 г) Тәндә торғонлоҡ башланһа, паразиттар, бактериялар, бәшмәктәр, инфекциялар гөрләп үҫә башлай. Бигерәк тә шәкәрле, сөпрәле, гел бешкән генә ризыҡ ашаһаҡ, улар шат. Уларға үрсергә бер көн дә форсат бирергә ярамай! Бер – ике атна күп кеше арлы – бирле паразиттарға ҡаршы саралар үткәрә лә әллә нисә йылға щул етә тип уйлай. Юҡ, улар төн сыҡҡансы миллионға етәләр. Бигерәк тә уңайлы шарттар булһа. Шунан шештәр, тәнгә һыу йыйылыуҙар, төрлө таштар, ҡомдар, полиптар, папилломалар, ауыҙҙан һаҫы еҫтәр, тәнгә ҡара таптар һә тигәнсе килеп сыға башлайҙар. Шулар уҡ бармаҡты ла кәкерәйтә, быуынһыҙ ҙа ҡалдыра. Уларҙы шуның өсөн паразиттар тип атайҙар!!! Уларға бер көн дә үрсергә бирергә ярамай. Бының өсөн һәркем самалап әрем, һарымһаҡ, имбирь, еҙтөймә, һуған, керән, ҡәнәфер, ҡымыҙ, ҡорот, һәм башҡа ризыҡтар ҡуллана ала. Йәғни ашаған ризыҡ паразиттарға яраҡһыҙ, ә беҙгә файҙалы булырға тейеш. 

Щулай уҡ быуындар бындай хәлгә килгән дә таҙа!!! кәрәсинде көндә һөртөү, әремдән май яһап һылау ныҡ файҙа бирә. Кәрәсинде быуындарға һөртөп кенә торһаң да кәкерәйгән бармаҡтар турая башлай. Хатта бармаҡтарҙы кәрәсингә 5-10 минутҡа тығып тороу ҙа эффектлы. Аяҡ быуындарын да тиҙ дауалай. Көнгә бер нисә тапҡыр һөртөп тороу ҙа ярай. Тик бәйләмәҫкә, урамаҫҡа, ыштанарҙы кипкәс кенә кейергә кәрәк. 

 Яҡынса, өлгөргән хәтле янымда ултырып килгән апайға һөйләнем. Ул барыһын да иҫтә ҡалдырырға тырышып тыңланы. Өйөндә 3-4 йыл элек яҡын туғанының улы алып килгән кәрәсин барлығы билгеле булды. “Ыста, кем белгән уны. Хотя бәләкәйҙән уның файҙаһын әбейем һөйләгән ине. И, доньяһы, онотолған,”- тине. 

 Иҫкәрмә! Ишеттем дә башланым түгел, барыһын да самалап, әҙҙән башлап, тәнде күнектереп башларға кәрәк. Кем интернеттан инеп уҡый ала, үҙенә килешкәнен һайлай, табибтар менән кәңәшләшә. Тик сәләмәт булыу юлдары барыбыҙ өсөн дә бар. 

 Ул минән алда төштө. Урынынан да йәһәт кенә торҙо, арҡаһы ла турайып китте. Ишектән сыҡҡанда тотона торған әйбергә тотонғас, артына боролоп миңә йылмайып төшөп китте. Кешенең уйы үҙгәрҙе, эстәге йәшәү потенциалы ҡалҡып сыға башланы. Ул үҙгәреш күҙҙәр аша нур булып балҡый. Сәләмәтлек юлын табыу был нурҙарға оҙаҡ йылдар балҡырға ярҙам итә.

 

Заухия НИЗАМИЕВА

 

 

(Авторҙың орфография һәм пунктуацияһы һаҡланды)

Сәләмәтлек үҙебеҙгә бәйле
Сәләмәтлек үҙебеҙгә бәйле
Автор:
Читайте нас: