Шоңҡар
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2021, 18:45

Туҡмай икән, тимәк, ЯРАТМАЙ!

Ғаиләлә сыҡҡан туҡтауһыҙ ыҙғышты нисек туҡтатырға? Хәмер ҡолона әйләнгән икенсе яртың менән артабан нисек йәшәргә? Ҡул күтәреүҙәрҙең берәй ваҡыт сиге булырмы?

 “Айыҡ ауыл - 2021” конкурсы сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығы 28 һәм 29 октябрҙә, ғаиләһендә төрлөсә ҡыйырһытыуҙарға дусар булғандар өсөн, “Ҡыҙыу линия” ойоштора.

Ауыр хәлгә ҡалыусылар  көндөҙгө ун берҙән икегә тиклем 8 (800) 347 50 00 телефон һандарына шылтыратып белгестәр тарафынан кәңәш ала алалар. Яуаптарҙы ике телдә: рус һәм башҡорт телендә алырға мөмкин.

Ғаиләлә сыҡҡан туҡтауһыҙ ыҙғышты нисек туҡтатырға? Хәмер ҡолона әйләнгән икенсе яртың менән артабан нисек йәшәргә? Ҡул күтәреүҙәрҙең берәй ваҡыт сиге булырмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға тәжрибәле психолог, наркологтар төплө кәңәштәрен бирер.

Туҡмай икән, тимәк, ЯРАТМАЙ!
Туҡмай икән, тимәк, ЯРАТМАЙ!
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас: