Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Октябрь 2021, 21:13

Ырымбур өлкәһендә "Беҙ - башҡорттар!" исемле түңәрәк өҫтәл үтте

Уны төбәктәге Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы - башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо.

Ырымбур өлкәһендә "Беҙ - башҡорттар!" исемле түңәрәк өҫтәл үтте
Ырымбур өлкәһендә "Беҙ - башҡорттар!" исемле түңәрәк өҫтәл үтте

23 октябрҙә Ырымбур өлкәһендә ҡатнаш онлайн-офлайн форматында "Беҙ уҙышы - башҡорттар!" исемле түңәрәк өҫтәл үтте. Уны төбәктәге Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы - башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторҙо.

Музей офисында тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм сәсәндәр йыйылды. Zoom аша башҡорт йәмәғәт хәрәкәте активистары, йәштәр һәм Ырымбур өлкәһенең ғына түгел, әле Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа ҡушылды.

Унда Фәрит Нәҙершин. Дауыт Амангилдин (Низам Исхаҡов псевдонимы менән), крайҙы өйрәнеүсе Бикташ Сәитов сығыш яһаны. 

Түңәрәк өҫтәл аҙағында БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы методисы Зимфира Ғайсина сығыш яһаны. Ул төрлө йылдарҙа башҡорттарҙың һаны тураһында һөйләне, быйылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға үҙ өлөшөн индерергә һәм әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: