Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
28 Октябрь 2021, 04:35

Дыуанды барып күрәйек!

Ауыл халҡы ҡыуанып бөтә алмай.

Дыуанды барып күрәйек!Дыуанды барып күрәйек!
Дыуанды барып күрәйек!

Ауылдарҙа ла ҡалалағы кеүек уңайлы, матур парктар төҙөлә. Был көндәрҙә Дыуан ауылы халҡының шатлығы ҙур - бында ғәжәп парк асылды. “Хәҙер район үҙәгенең йәмле урыны бар. Унда балалар көлөүе йышыраҡ яңғыраһын, атай-әсәйҙәре менән бергә ял итһен", - тине район хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев байрамды асып.

Ял паркында заманса музыка майҙансығы, яҡтыртыу системаһы, матур тротуарҙар, төрлө йәштәге балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, ял итеү урыны һәм өҫтәл уйындары, машиналар ҡуйыу урындары ла бар.

Балалар спорт майҙансығы, шулай уҡ баскетбол, волейбол һәм мини-футбол уйнау мөмкинлеге булған  спорт майҙансығы урынлашҡан.

Әйткәндәй, парк  Владимир Путиндың  "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу" федераль программаһын тормошҡа ашырыу ярҙамында төҙөлдө.

Сығанаҡ: gtrk.tv

Фото: gtrk.tv

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

                                                                         

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас