Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
27 Октябрь 2021, 19:00

Прививка яһатҡандарға бүләктәр вәғәҙә итәләр

Аҙна һайын көнкүреш техникаһы, гаджеттар, 100 мең һумлыҡ бүләк карталары, биш Apple (iPhone 13) смартфоны, көн дә аквапарк, кинотеатр, ресторандарға, сауҙа үҙәктәренә саҡырыу ҡағыҙҙары, шулай уҡ ҡуртымға биреүселәрҙән ташламалар һәм сертификаттар уйнатыла.

Прививка яһатҡандарға бүләктәр вәғәҙә итәләрПрививка яһатҡандарға бүләктәр вәғәҙә итәләр
Прививка яһатҡандарға бүләктәр вәғәҙә итәләр

1 ноябрҙән 31 декабргә тиклем Өфөнөң сауҙа үҙәктәре прививка эшләткән граждандарҙы өҫтәмә дәртләндереү өсөн «Беҙ бергә» тигән акция ойошторола.

«Бындай программа республика халҡына вакцина яһатыуға өҫтәмә мотивация булдырыу өсөн уҙғарыла. Сауҙа тармағының ситтә ҡалмайынса, ошондай башланғыс менән сығыуы бик ҡыуаныслы», – тип билдәләне республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Акция www.ВместеУфа.рф порталы аша үткәрелә. Ошо порталда уҡ ғәмәлгә бөтә ташламаларҙың тәҡдимдәре урынлаштырыла.

Ҡатнашыу өсөн вакцинация үткән кешегә порталда теркәлергә, анкета тултырырға һәм прививка тураһында сертификаттан QR-кодтың үҙенсәлекле сканын индерергә кәрәк.

Аҙна һайын теркәлгән ҡатнашыусылар араһында төрлө ҡиммәтле приздар (көнкүреш техникаһы, гаджеттар, 100 мең һумлыҡ бүләк карталары, биш Apple (iPhone 13) смартфоны, көн дә аквапарк, кинотеатр, ресторандарға, сауҙа үҙәктәренә саҡырыу ҡағыҙҙары, шулай уҡ ҡуртымға биреүселәрҙән ташламалар һәм сертификаттар уйнатыла.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Загида Мусина
Читайте нас