Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
29 Октябрь 2021, 08:05

Билдәле бейеүсе иҫтәлегенә — таҡтаташ

Таланты айырыуса «Өс туған», «Йылға янында», «Бүләк» һәм башҡа бейеүҙәрҙә сағыу асыла.

Билдәле бейеүсе иҫтәлегенә — таҡтаташБилдәле бейеүсе иҫтәлегенә — таҡтаташ
Билдәле бейеүсе иҫтәлегенә — таҡтаташ

Өфөлә билдәле башҡорт бейеүсеһе Мөхәмәт Иҙрисов йәшәгән йортҡа (Октябрь революцияһы урамы, 9) мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Ул бында 1958 йылдан алып вафатына тиклем ғүмер кисергән.

Бейеү оҫтаһы, БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Мөхәмәт Иҙрисовтың (1920 — 2012) иҫтәлеген мәңгеләштереү сараһында республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Р. Алтынбаев, баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Р. Үмәрғәлин, бейеүсенең ҡыҙы Л. Зәбирова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡ. Аралбай һәм башҡалар ҡатнашты. Артисты хәтергә алырға йыйылғандар сығыш яһаны, таҡтаташҡа сәскә һалды.

1941 йылда республика художество үҙешмәкәрлек смотрында уңышлы яһағандан һуң М. Иҙрисов Мәскәүҙәге башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусылар араһына индерелә. Аҙаҡ мәшһүр Ф. Ғәскәров уны ансамблгә саҡыра. Бында бейеүсе 1963 йылға ҡәҙәр эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт бригадаһы менән бергә алғы һыҙыҡтарҙа сығыш яһай.

М. Иҙрисов башҡорт бейеүенең үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән. Уны ысын халыҡсан бейеү манераһы айырып тора — хәрәкәттәре бай хис-тойғо билдәләре, көнкүреш ым-ишаралары, дәртле һүҙ менән үрелеп барған. Таланты айырыуса «Өс туған», «Йылға янында», «Бүләк» һәм башҡа бейеүҙәрҙә сағыу асыла. Бейеүсе — атаҡлы "Байыҡ"ты беренсе булып башҡарған легендар шәхес. Уның башҡорт халыҡ бейеүенең бар сағыулығын бирә алған ижади оҫталығы "Байыҡ«ты иң танылған милли билдәләрҙең береһенә әүерелдерә.

М. Иҙрисов — 1953 йылда Бухареста үткән IV Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале, 1960 йылда Мәскәүҙә ойошторолған Бөтә Союз эстрада артистары конкурсы лауреаты.

Ҡоролтай.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас