

Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә башҡорт телен, мәҙәниәтен популярлашытырыу һәм башҡорт халҡы тарихын өйрәнеү маҡсатында ағымдағы йылдың октябрь-ноябрь айҙарында республикала Башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы фестивале үтә.
Ошо сара сиктәрендә кисә Тәтешле район мәҙәниәт һарайында «Шәжәрәңде барла» тип аталған тематик концерт үтте, уны Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары ойошторҙо.
Бай йөкмәткеле программала филармония солистары һәм «Түңгәүер» бейеү ансамбле сағыу сығыштары менән шатландырҙы. Концертта башҡорт халыҡ һәм эстрада көйҙәре яңғыраны, ҡурай моңо йөрәктәрҙе елкендерҙе.
Сара барышында сығыштар ҙа булды. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, Тәтешле районы тарихы яңғыраны, Туймазы районының Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил, Тәтешле районы Ветерандар советы рәйесе Әнис Мәғзүмов Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
Шулған ауыл советы рәйесе Ынйы Бәҙретдинова әйтеүесә, Нефтекама филармония артистарының концерты иҫ киткес рухлы, моңло булған.
«Башҡортостаныбыҙ бай тарихлы, көслө халҡы булған төбәк икәнлегенә тағы берҙе инандыҡ. Беҙ — боронғо башҡорт ауылынан, Гәрәй ырыуы вәкилдәребеҙ. Сара барышында ошо ырыу тарихына тағы берҙе байҡау яһаныҡ, нәҫел-тамырҙарыбыҙ, башҡорт халҡының шанлы тарихы менән ғоруранып ултырыҙыҡ», — ти Ынйы Рәфил ҡыҙы.
Мәшһүр йырсы, яҡташыбыҙ Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе, йырсы исемендәге күргәҙмә комплексының баш белгесе Фирүзә Ибәтуллина ла концерт тормошобоҙға яңы һулыш өҫтәне тип белдерә.
«Тыуған еребеҙ, башҡорт халҡы өсөн ҡыуанып, ғорурланып ултырҙыҡ. Моңло башҡорт көйҙәре, дәртле бейеүҙәр күңелдәребеҙе күтәрҙе, илһамланлырҙы. Әлеге осор барыбыҙҙан да берҙәмлек талап итә. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы бара һәм һәр кемгә унда әүҙем ҡатнашыу мөһим. Мин үҙем — Танып ырыуы вәкилемен һәм ысын күңелдән бөйөк Салауат Юлаев тоҡомо, башҡорт халҡы вәкиле булыуым менән ғорурланам», — ти Фирүзә Фәрхлислам ҡыҙы.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.