Сабина – үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында башҡорт йыр сәнғәтен төрлө жанрҙарҙа үҫтереүгә ҙур көс һалған, моңло тауышлы йырсыларҙың береһе Насип Кучаевтың ҡыҙы.
– Насип Кучаевты иң беренсе тапҡыр һикһәненсе йылдарҙа Ырымбурҙа уҙғарылған бер сарала күрҙем. Үҙе яҙған, элекке йырҙарҙы яңыртып башҡарыуы менән шунда уҡ күңелгә ятты. Уның үҙ йөҙө барлығы ла әллә ҡайҙан күренеп тора ине. Ул осорҙа республикала төрлө башҡорт музыкаль-инструменталь төркөмдәр барлыҡҡа килде. Тик күптәре бер-береһен ҡабатлайҙар ине. Насип Нәжип улы ойошторған төркөмдө иһә икенсе берәү менән бутау мөмкин түгел.
Икенсе юлы телефон аша “Ҡара тауыҡ”ты йырлап ишеттерҙе. Был башҡорт халыҡ йырын тәүге тапҡыр ишеткәндәй хайран ҡалдым да ҡуйҙым. Йырҙан кәнфит эшләгән ине ул. Үҙем эстән генә: “Бына ҡайҙа ул һәләт! Аҫылташтың үҙе бит был!” – тип ҡыуандым, һоҡландым, – тип Насип Кучаев тураһында хәтирәләргә бирелә “Юлдаш” радиоһына биргән бер интервьюһында Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов.
Насип Нәжип улының ижады менән яҡынданыраҡ танышҡан, замандаштарының ошондай уҡ уның ижадына ҡарата һоҡланыу ҡатыш фекерҙәрен белгән һайын, үҙеңдән-үҙең унан ярты быуат самаһы ғына алдан донъяға килеп, рус йыр сәнғәтендә автор йыры булараҡ танылыу яулаған билдәле шәхестәр Булат Окуджава, Владимир Высоцкийҙарҙың ижадтары менән йәнәш ҡуйып ҡарай башлайһың. Тик Башҡортостандан ситтә тыуып-үҫкән ябай бер ауыл егетенең яҙмышы күпкә ҡатмарлыраҡ та, ижады ла әлегәсә, үҙе ғүмере буйы тоғро ҡалған, халҡы тарафынан лайыҡлы баһаланып бөтмәгән кеүек.
Насип Кучаев – 1960 йылда Ырымбур өлкәһендә донъяға килә. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ була, уҡыусы сағында уҡ төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Куйбышев сәнғәт институтын тамамлап, тыуған яғында бер ни тиклем ҡанат нығытҡандан һуң, яҙмыш еле уны Үзбәкстан яҡтарына алып китә. Унда “Ҡурай” тип аталған башҡорт-татар төркөмөн етәкләй ул. Туғандаш халыҡтар араһында үҙен тиҙ арала яратып өлгөргән тамашасыһы алдында көндән-көн нығыраҡ популярлыҡ яулай бара.
Бер урында тапанырға яратмаған, эҙләнеүсән кеше булараҡ башҡорт халыҡ йырҙарын, ретро йырҙарҙы үҙенсәлекле, рок, джаз жанрҙарын ҡулланып заманса итеп эшкәртеп йырлай, үҙе лә йырҙарға һүҙҙәр, көйҙәр яҙа, уларҙы сәхнәлә ҡабатланмаҫ сағыу образдар менән зауыҡлы итеп башҡара ла. Яртышар йылға һуҙылған гастролдәрҙә йөрөп артабан да ижадҡа рухлана ул. Мөхәббәтен, мәңгелек йәрен дә шунда осрата. Аҡҡурған ҡалаһында ойошторолған сираттағы концерт мәлендә буласаҡ кәләше оҙон кәүҙәле, ҡара бөҙрә сәсле йырсыны тәү күреүҙән ғашиҡ була. Концерт аҙағында “Ҡурай” төркөмө артистары үҙҙәренә кисәләрен алып барыусы кәрәклеге хаҡында тамашасыға мөрәжәғәт итәләр һәм тиҙҙән кастинг үткәрәләр. Мәҙәниәт йортонда эшләп, уҡып йөрөгән егерме йәшлек Фәриҙә Әхмәтзәки ҡыҙы бәхетен һынап ҡарарға йөръәт итә. Береһенән-береһе һылыу, һәләтле ике тиҫтәгә яҡын гүзәл заттар араһынан уны һайлап алалар һәм үҙҙәре менән гастролдәргә саҡыралар.
Был 1990 йылдың 3 марты була. Марттан йәй аҙағына тиклем Үзбәкстан, Таджикстан, Ҡырғыҙыстан, Ҡаҙаҡстан буйлап сәхнәлә сығыш яһайҙар. Яртышар йылға һуҙылған был сәфәр ваҡытында ике йәш йөрәк бер-береһенә өйрәнеп, еҫенешеп китә. Ике арала һөйөү хистәре лә тиҙҙән ярала. Танышыуҙарына өс ай тигәндә Насип Кучаев үҙе башҡарыуында һөйгәненә “Яратам” тигән йыр бүләк итә һәм мәңгелек йәре булырға һөйгәненең ҡулын һорай. Сираттағы оҙайла гастролдәре тамамланғас, биш көн эсендә туйға әҙерләнеп, Аҡҡурған ҡалаһында законлы никахҡа инә йәштәр.
СССР тигән көслө дәүләт тарҡалғас, кисә генә бер туғандарҙай татыу, берҙәм йәшәгән халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәре ҡапыл шартлап өҙөлә, сит милләттәргә үҙ аллылыҡ яулап, айырылып сыҡҡан республикаларҙа донъя көтөү ауырлаша башлай. Ошо сәйәси ваҡиғаларҙың ҡойононоң уртаһында ҡалған Кучаевтар ғаиләһенә лә йәшәү урынын алмаштырырға, тынысыраҡ мөйөш эҙләргә тура килә. Туғандары уларҙы Байконурға йәшәргә саҡыралар. Бында тәүге мөхәббәт емештәре Сабина донъяға килә. Донъяла беренсе һәм ҙур космодром төҙөлгән урында тәүге ауазын һалған ҡыҙсыҡты яратып Йыһан ҡыҙы тип йөрөтәләр. Тиҙҙән атаһы теремек, ирмәк ҡыҙына арнап “Сабина” тигән йыр яҙа. Шулай итеп, тәүге тапҡыр Сабина йәш ярымлыҡ сағында уҡ сәхнәгә сыға, ғәзиз кешеһе был йырҙы башҡарғанда бейеп тора ул. Өс йәшендә үҙе йырлап тамашасыһын әсир итә башлай.
Бергә аралашып йәшәгән яҡташтары Башҡортостанға ҡайтып төпләнә башлағас, Насип Нәжип улы ла был хаҡта хыяллана. “Халҡыма хеҙмәт иткем килә”, – ти ул йыш ҡына уфтанып. Йәш ғаиләнең теләктәре тиҙҙән тормошҡа аша, Бөрө ҡалаһына йәшәргә күсеп китергә мөмкинселек сыға. Әлбиттә, ҡолас йәйеп ҡаршы алыусы булмай. Элекке таныштары менән ҡыҫынҡы ғына бер бүлмәлә йәшәп китәләр. Кәләшен район мәҙәниәт йорто директоры, үҙен художество етәксеһе итеп алалар. Төндәрен иһә тынғыһыҙ ижадсы тәҙрә төбөндә ултырып көйҙәр яҙа. Башҡаларҙы уятмаҫ өсөн яңы ижад емештәрен шым ғына йырлап ҡарай ул. Серем итеп ял итергә, көс йыйырға кәрәклеге хаҡында әйтһәләр: “Миңә өлгөрөп ҡалырға кәрәк”, – тип яуап бирә. Күңеле асыҡ, ихлас кешегә Аллаһы Тәғәлә шулай уҡ алдан иҫкәртә, тиеүҙәре, бәлки, ысынлап та, хаҡтыр. Башҡорт халыҡ шағиры Рәми Ғарипов та бит баҡыйлыҡҡа күсер алдынан бер нисә көн алдан ғына һуңғы хушлашыу шиғыры “Ышанмағыҙ, февраль буранына...” әҫәрен яҙып ҡалдырған бит. Насип Кучаевты ла, әйтерһең дә, Хоҙай шулай алдан һиҙҙертә. Уның башҡарыуында һуңғы йырҙарҙың береһе “Васыят” тип атала. Осраҡлы ғына рәүештә бер баҫмала мәҡәлә менән бергә буласаҡ йырҙың һүҙҙәрен осратып, көй яҙа һала. “Аҡ күбәләк булып йәнем ҡайтыр...” һүҙҙәре булған был йырҙы эсендә йәне булған кеше тыныс ҡына тыңлай алмайҙыр. Шулай уҡ, ҡыҙҙарына, ҡатынына ыңғайы тура килгәндә бәхилләшеү һүҙҙәрен дә, теләктәрен дә әйтеп ҡалдырырға үҙендә көс таба.
...Һәләтле кеше тиҙҙән Бөрө ҡалаһында ғына мөмкинлектәр тар икәнлегенә яҡшы төшөнә. Өфөгә саҡырғас, шатланып ризалаша. Тик йәшнәп йәшәр, алмалай ике ҡыҙының матур итеп үҫкәнен үҙ күҙҙәре менән күреп ҡыуаныр, халҡын яңынан-яңы йырҙары менән ҡыуандырыр сағында ғүмере ҡапыл ғына өҙөлә.
Йөрәге алдан уҡ ваҡыты-ваҡыты менән үҙен һиҙҙертеп алған саҡтарында кәләше дауаланырға кәңәш итһә: “Ошо кәүҙәм менән поликлиникаларҙа әбейҙәр менән бер рәттән сиратта ултырайыммы?” – тип һыр бирмәҫкә тырышып, үҙенең хәлен һиҙҙертеп яҡынын алдан уҡ хафаларға һалмаҫҡа тырыша ул. Сире көсәйергә сәбәптәре лә була шул. 2001 йылдың апрель айында шәхси концертын үткәрергә, өсөнсө аудиояҙмаһына туплана башлаған йырҙарын тамашасы хөкөмөнә сығарырға ҡарар итә. Был көндө баш ҡалала бер нисә билдәле йырсының концерты үткәнгә күрә, халыҡ тамашаға әҙ йыйыла. Нескә күңелле, хисле, сәмсел кеше был ваҡиғаны ауыр кисерә. Бер айҙан мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Һуңынан табиптар: “Бер ай элек аяҡ өҫтө инфаркт үткәргән”, – тиҙәр.
Был ваҡытта Сабинаға – ете, ә һеңлеһе Альбина йәш ярымлыҡ ҡына була.
Сабина Кучеава тураһында "Шоңҡар" журналының унынсы һанында уҡығыҙ.