+22 °С
Ямғыр
Беҙгә күп емеш-еләк сит илдән индерелә. Витаминдарға бай тип ашалған сит ил аҙыҡтарының барыһы ла файҙалымы икән һуң?
29 октябрҙә роспотребнадзор Төркиәнән индерелгән мандаринда төрлө зарарлы бөжәктәргә ҡаршы һибелгән хлорпирифостың бер нисә тапҡырға юғары кимәлдә булыуын асыҡлаған.
Ғәҙәттә, бындай яңылыҡтар ниндәйҙер сәйәси ваҡиғалар менән дә бәйләнеп китеүсән. Шулай ҙа, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Һалҡын ҡышҡа аяҡ баҫырға торғанда һаулыҡты ҡайғыртайыҡ тиһәк, С витаминына бай емеш-еләктәр үҙебеҙҙә лә үҫә бит.