10 октябрҙә кисен Сибай ҡала үҙәк дауаханаһына 7 йәшлек малайҙы килтерәләр. Эсе ауыртыуға түҙмәгән бәләкәй пациентты дежур хирург Вәғиз Заһиҙуллин инфекция тип өйөнә ҡайтара.
Тик баланың хәле күҙгә күренеп ауырлышҡас, ата-әсәһе уны түләүле УЗИ-ға алып баралар һәм унда аппендикс ауыртҡанлығы хаҡында әйтәләр.
Дауаханаға ҡабаттан килгәс тә, алты сәғәт дауамында табиптар һаман эште һуҙа һәм операция өҫтәленә һалғанда хәл киҫкенләшкән була. Сөнки аппендикс шартлап бысрағы организмға тарала башлай. Ваҡытында күрһәтелмәгән ярҙам арҡаһында малай төндә йән бирә.
“Табиптар иһә үҙҙәренең ғәйебен танмай, шул уҡ ваҡытта баланың нимәнән үлеүе хаҡында ла әйтмәйҙәр”, - тип хәбәр итә “Төп яңылыҡтар” төркөмө.
Ҡайғынан бөгөлөп төшкән ата-әсә: “Улымды ике көн йонсоттоғоҙ!” – тип өҙгөләнеп был ваҡиғаның осона сығырға тырыша. Элегерәк бындай диагнозды дөрөҫ итеп ҡәҙимге ауыл фельдшеры ла ҡуя белә ине бит...