+21 °С
Болотло
Силәбе өлкәһенең Роза ҡасабаһында 40 йәшлек Дмитрийҙы үлтергәндәр. Үгәй атаһын 12 йәшлек ҡыҙы сәскән. Әсәһе ҡыҙына ғәйепте үҙ өҫтөнә алырға ҡушҡан тигән имеш-мимеш тә йөрөй, сөнки 12 йәшлек баланы төрмәгә ултыртмайҙар. Ҡыҙ үгәй атаһының әсәһе менән талашҡан ваҡытында йөрәгенә бер тапҡыр бысаҡ ҡаҙаған, ир шунда уҡ йән биргән. "Ашығыс ярҙам" табибтары быны раҫлаған. Әле тикшереү дауам итә.