Даяна Ҡыҙырәлиева Бешкәк хореография училещеһының өсөнсө курс студенты. Тырыш, һәләтле ҡыҙ быға тиклем халыҡ-ара кимәлдәге дүрт конкурста ҡатнашып өлгөргән. Рудольф Нуриев исемендәге фестиваль-конкурсҡа үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, еңеү яулау маҡсатында килгән.
Халыҡ-ара фестиваль-конкурс өс көн буйына барып, ике этапта үтәсәк. Классик бейеү буйынса онлайн һайлап алыу турынан һуң икенсе, өсөнсө турҙарҙа дуэттар һәм соло сығыштар ҡаралған. Яңғыҙ бейеүҙәрҙең хронометражы өс минуттан артмаҫҡа тейеш. Сәхнә халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусылар бөтә турҙарҙа ла Өфө хореография училищеһы сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ.
39 конкурсанттың сығышын Сергей Усанов рәйеслегендәге абруйлы жюри баһаланы. Дүртенсе халыҡ -ара фестиваль -конкуста өлкәндәр төркөмөндә беренсе урын яулаусы 100 мең һум, ә бәләкәстәр төркөмө һәм сәхнә халыҡ бейеүе еңеүселәре 75 мең һум күләмендә премия менән бүләкләнәсәк.
Фестиваль-конкурста Франциянан Рудольф Нуриев исемендәге фонд илсеһе ҡатнашыуы ҙур мәртәбә өҫтәй. Рудольф Нуриев исемендәге кесе фестивалдә ҡатнашыу минең өсөн оло бәхет. Нуриев исеме һәм рус балеты беҙгә, француздарға, ҡолас етмәҫлек сәнғәт. Беҙ сәхнә йондоҙҙарығыҙ менән һоҡланабыҙ. Мартин Ге, Р.Нуриев исемендәге фонд илсеһе /Франция/
Башҡорт балет сәнғәте традицияларын һаҡлаусы һәм үҫтереүсе фестиваль-конкурс йәштәр араһында башҡарыу маһирлығын үҫтереүгә, илдәр һәм ҡитғалар араһында тәжрибә уртаҡлашыуға, дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға ла киң мөмкинлектәр аса.
Рудольф Нуриев исемендәге конкурс фестиваль быйыл халыҡ-ара кимәлдә үтә. Фестивалдең маҡсаты – 4 сит ил һәм Рәсәйҙең 9 төбәгенән конкурсанттар араһында яңы исемдәр асыу.
Гүзәл Борханова.



