Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
31 Октябрь 2021, 07:10

Мәскәүҙең төп хәрби оркестрҙары дирижерҙары — башҡорттар

Был йәһәттән беҙҙең билдәле дирижерҙар, музыканттар, композиторҙар ҡатнашлығында үҙенсәлекле проект әҙерләнә. Әлегә уның нескәлектәрен асмай торабыҙ, әммә һис шикһеҙ, был бик ҡыҙыҡлы саралар буласаҡ.

Тиҙҙән улар тураһында анығыраҡ хәбәр итәсәкбеҙ. Бөтә донъя башҡоттары ҡоролтайы Мәскәү башҡорттары менән берлектә бер нисә проектты тормошҡа ашырырға ниәтләй.

Ошо йүнәлештәрҙең береһе — Рәсәйҙең 1812 йылдағы Ватан һуғышында еңеүенең 210 йыллығы. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығының Указына ярашлы, 2022 йылда республикала ошо дәһшәтле һуғышта ҡатнашҡандарҙың тарихи иҫтәлеген мәңгеләштереү саралары уҙасаҡ.
Был йәһәттән беҙҙең билдәле дирижерҙар, музыканттар, композиторҙар ҡатнашлығында үҙенсәлекле проект әҙерләнә. Әлегә уның нескәлектәрен асмай торабыҙ, әммә һис шикһеҙ, был бик ҡыҙыҡлы саралар буласаҡ.
Тағы бер йүнәлеш — Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеү йәһәтенән ил төбәктәрендә өҫтәмә белем биреү тармағын үҫтереү. Унан тыш, беҙҙең яҡташтарыбыҙ башҡорт проекттарын федераль программаларға интеграциялауға йүнәлтелгән эштәрҙә ҡатнашырға әҙер.

Мәскәүҙәге осрашыуҙа башҡа йүнәлештәр ҙә тикшерелде, Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу механизмдары барланды. Күптән түгел федераль каталогка индерелгән һәм хәҙер илдең теләһә ҡайһы төбәгенә яҙҙырып булған балалар баҫмаһы "Аҡбуҙат"тың презентацияһы ла Мәскәү балаларының күңеленә хуш килде.

"Ҡоролтай"

Мәскәүҙең төп хәрби оркестрҙары дирижерҙары — башҡорттар
Мәскәүҙең төп хәрби оркестрҙары дирижерҙары — башҡорттар
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас