Мөмкинлеге сикләнгән кешеләр ауыл ерендә лә, ҡала ерендә лә күп йәшәй. Ҡалала улар менән шөғөлләнеү, төрлө яҡлап һәләттәрен үҫтереү өсөн төрлө ойошма, түңәрәктәр булһа, ауылда улар юҡ иҫәбендә. Ошо проблеманы иҫтә тотоп Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылы биләмәһе хакимиәте урындағы ауыл китапханаһы менән берлектә “Күңел өсөн шөғөл” тип аталған милли проекты грантына эйә була. Әлеге ваҡытта унда балсыҡтан төрлө һындар менән эшләү түңәрәге эшләй башлаған да инде.
Балсыҡтан әүәләү балаларҙың ваҡ моторикаһын үҫтерә, йәштәрҙең фантазияһын байыта, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бынан тыш, улар үҙ-ара йәнле аралашыу мөмкинлеге генә лә була. Әлеге көндә ҡорамалдар алыу кеүек эштәр бара. Был изге маҡсатҡа өлгәшергә ауыл халҡы ла теләп ярҙам итә.