

Мәскәүҙә Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһының төп йүнәлештәре буйынса фекер алышыу үтте. Сараны ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мәскәү ҡалаһының һәм Мәскәү өлкәһенең башҡорттар ҡоролтайы төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
Осрашыуҙа баш ҡаланың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғалимдар, яҙыусылар, студенттар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Улар араһында Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе, Рәсәй фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының ғилми хеҙмтәкәре, тарих фәндәре кандидаты Салауат Әхмәҙуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социаль-мәҙәни тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов, СССР һәм Рәсәй скульпторы, педагог, профессор, Рәсәй Художество академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков, Рәсәй фәндәр академияһы философия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, фиософия фәндәре докторы Илшат Насыров, Рәсәйҙең Милли гвардия ғәскәрҙәре өлгөлө оркестры начальнигы Азат Шахмөхәмәтов, Үҙәк хәрби округтың Рәсәй гвардияһы дирижеры Арыҫлан Рыҫҡолов һәм башҡа ватандаштарыбыҙ булды.
«Мәскәү башҡорттары менән осрашыуҙы ғалим, Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Салауат Әхмәҙуллин асты. Бындай саралар рухи берҙәмлекте һаҡларға ярҙам итә, киләсәктә Башҡортостан һәм яҡташтар араһында хеҙмәттәшлек тағы ла емешлерәк һәм тығыҙыраҡ булһын, тигән өмөттә ҡалабыҙ», — тине ул.
«Был документ — милләттең тотороҡло һәм уңышлы үҫешен тәьмин итеү, уны тормошҡа ашырыу өсөн заманса маҡсаттар, принциптар, йүнәлештәр комплексы ул. Документтың төп маҡсаты — дәүләт мәнфәғәттәрен, кешелек принциптарын, халыҡтың этномәҙәни үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуҙы, граждандарҙың конституция хоҡуҡтарын һәм иректәрен тәьмин итеүҙе иҫәпкә алып башҡорт халҡын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Уның нисек тормошҡа ашырылыуы һеҙҙең дә һәр ҡайһығыҙҙан тора. Стратегияла йәмәғәт ойошмаларының мөмкинлектәре киң күрәтелгән. Ҡайһы бер пункттар буйынса эш башланған да инде. Һеҙ, Мәскәү башҡорттары үҙҙегеҙҙең йүнәлештәргә ҡағылышлы пункттарға үҙгәрештәр индерә алаһығыҙ. Бик күп яҡташтарыбыҙ бында күптәнән төпләнгән, юғары уҡыу йорттарында уҡыусы, эшләп йөрөүсе йәштәребеҙ ҙә бихисап. Шуға күрә һеҙҙән дә яңы тәҡдимдәр, фекерҙәр көтәбеҙ!» — тине Юлдаш Мөхәммәт улы.
Философия фәндәре докторы Илшат Насыров ошондайыраҡ фекер еткерҙе:
«Иғтибарға лайыҡ һәм мөһим теоретик мәсьәләләр ҙә бар. Стратегия менән танышҡандан һуң тәүге тәьҫорат: был бик етди документ, уның маҡсаттары һәм мөмкинлектәре илдәге сәйәси хәлде, заманса ысынбарлыҡты күҙ уңында тотоп билдәләнгән. Шулай булырға тейеш тә. Өҫтәмәләрҙе, тәҡдимдәрҙе лә әйтербеҙ», — тине ғалим.
Өҫтәмә белем биреү педагогы, рәссам Зифа Толомбаева фекеренсә, балаларға белем биргәндә мөмкин булған бөтә заманса ресурстарҙы файҙаланырға кәрәк. Шундай мөмкинлектең береһе — «Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте».
«Белемле булырға ынтылыу бары тик туған телде өйрәнеү менән генә сикләнергә тейеш түгел, беҙҙең балалар төрлө яҡлап үҫешергә тейеш», — тип билдәләне ул.
"Ҡоролтай".