Фидус Ямалетдинов, дәүләт эшмәкәре, 2003-2012 йылдарҙа республика Хөкүмәте вице-премьеры:
"Халыҡ һанын алыуҙа актив ҡатнашҡан өсөн бер нисә бүләгем бар. Шулай булғас, мин был процедураны яҡшы күҙ алдына килтерәм. Һәм конкрет кеше өсөн, ҡала өсөн дә, республика өсөн дә, тотош ил өсөн дә оло әһәмиәткә эйә булыуын аңлайым. Минең уйлауымса, был сараны күптәр аңлап ҡарай.
Миңә ҡалһа, был һин йәшәгән ерлектең статусы өсөн бик мөһим. Ә кешегә бит ул ерҙә йәшәүе һәм ниндәй статус булыуы барыбер түгел. Бына минән йыш ҡына Республика көнө әһәмиәтен һорайҙар. Был байрам тураһында күптәр уйланмай ҙа.
Беренсенән, был - халыҡтың хәтере. Республика һымаҡ дәүләтселек элементтары. Улар беҙҙә закон менән беркетелгән. Ә был иҡтисадҡа ла туранан-тура бәйле. Халыҡ һанын ҡабул итеү тормош дәрәжәһен үҫтереүгә бәйле ресурс ул.
Халыҡтың үҙ милләтен күрһәтеү ҙә мөһим. Теләһә ҡайһы административ берәмек барлыҡҡа килтереү өсөн тәү төшөнсәләр - ул халыҡ, этнос, милләт, дәүләт, ғәҙәттә, ғөрөф-ғәҙәт, мәҙәни төшөнсәләр. Былар барыһы ла үҙ-ара бәйләнгән. Шуға күрә мин атаған исемлектән нимәнелер төшөрөп ҡалдырыу дөрөҫ түгел.
Беҙ - бөйөк Рәсәй составында туп-тулы бер дәүләт. Хәҙер донъя ҡатмарлы, бигерәк тә иҡтисад өлкәһендәге мөнәсәбәттәр тураһында әйтәһем килә. Барыһы ла милли мәнфәғәттәрҙе һаҡларға тырыша. Ләкин әгәр беҙ, ғөмүмән, "милләт" төшөнсәһенән китһәк, бөтә төшөнсәләр ҙә йыуыла. Был дөрөҫ түгел, сөнки беҙ ҙур республика, иҫ киткес территория, бик ҙур ресурстар. Беҙ яҡшы йәшәргә тейеш".