Өфө ҡалаһының Воровский урамы тәңгәленән Ағиҙел аша өҫтәмә күпер асылды. Был төҙөлөш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы алып барылды һәм бының өсөн йәмғеһе 3,43 млрд һум сарыф ителгән. Ошо сумманың 1,9 млрд һумы федераль бюджеттан, 1,4 миллиарды республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Өфө етәкселеге лә был мөһим мәсьәләнән ситтә ҡалмаған - 100 миллион һум аҡсаны баш ҡала бюджеты бүлгән.
“Алыу-талыу белмәйенсә төндө-көнгә ялғап эшләгән төҙөүселәргә рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә лә был эш туҡталып ҡалмаясаҡ”, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров тантаналы сара барышында.
Оҙонлоғо 688,8 м тәшкил иткән яңы күпер киләсәктә тығындарҙан ҡотҡарасаҡ.