Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
1 Ноябрь 2021, 12:40

Тажзәхмәттән ҡотолоуға яҡшы бер сара бар.

Был турала һүҙ сыҡһа, ғәҙәттә, халыҡ ҡарыша башлай.

ХӘЙЕР - САҘАҠАНЫҢ КӨСӨ.

Танылған тарихсы Ибн Кәҫир 11-се быуаттағы (449 һижри йыл) эпидемия хаҡында былай тип яҙып ҡалдыра: “Быйыл Бағдадта һәм башҡа ҡалаларҙа эпидемия булды. Шул арҡылы ҡалалар бушап ҡалды, кешеләр ризыҡ етешмәгәнлектән, емтектәрҙе лә ашай башланы. Бохарала бер тәүлектә 8 мең самаһы кеше үлде, эпидемия арҡаһында һәләк булғандарҙың дөйөм һаны 1 млн 550 меңгә етте.
Был афәттән ҡотолоу өсөн кешеләр Аллаһҡа тәүбә килтерә башланы, үҙ мөлкәтенең күп өлөшөн хәйер итеп таратты, шарапты түкте, ғибәҙәт ҡылыу һәм Ҡөръән уҡыу өсөн мәсеткә йөрөй башланы” (“Әл-Бидәйә үән-Ниһәйә” китабы, 12-се том, 70-72-се биттәр).

Күренеүенсә, элгәре эпидемияла кеше тәүбә килтереүҙе хәйер таратыуҙан башлай. Был йәһәттән бер дин әһеленең ҡурҡыныс сирҙән ҡотолоу сараһы тапҡанын миҫал итеү урынлы булыр: “Ауырығанымды күргән күршем һауығыу өсөн Пәйғәмбәребеҙҙең “сирлеләрегеҙҙе саҙаҡа менән дауалағыҙ” тигән хәҙисен (“Сахих әл-джәмиғ ас-сағыр”, 3358) ҡулланырға кәңәш бирҙе. Ул ваҡытта йәй мәле ине. Мин ҡарбуздар һатып алдым һәм күп итеп ярлы балаларын саҡырҙым. Улар ашанылар, ҡулдарын күтәреп минең һауығыуымды һорап доға ҡылдылар. Һәм, ант итеп әйтәм, иртәнсәккә һап-һау булып уяндым”. Хәҙистән аңлашылыуынса, хәйер-саҙаҡа биреү алымы ла тажзәхмәттән ҡотолоуға яҡшы бер сара була ала. Был турала һүҙ сыҡһа, ғәҙәттә, халыҡ ҡарыша башлай, был муллалар тағы аҡса һорай, тиҙәр. Хәйерҙе бит муллаға ғына түгел, үҙең кемгә теләйһең, шуға бирергә мөмкин. Көн һайын яңылыҡтарҙа унда-бында сыҡҡан янғын һәм башҡа ярҙамға мохтаждар тураһында яҙып торалар. Аҡсаны шунда күсерергә була. Киң мәғәнәлә, хәйер-саҙаҡа, тип, башҡаларға ҡарата эшләнгән яҡшылыҡҡа ҡарата ла әйтәләр.
Азат Көмөшбаев.

Тажзәхмәттән ҡотолоуға яҡшы бер сара бар.
Тажзәхмәттән ҡотолоуға яҡшы бер сара бар.
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас