Владимир Путиндың 20 октябрҙә ҡул ҡуйған указына ярашлы, 30 октябрҙән алып 7 ноябргә тиклем көндәр Рәсәйҙә ял көндәре тип иғлан ителде. Шуға Рәсәй Хөкүмәте зыян күргән тармаҡтарҙан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта рәсми эшкә урынлашҡан һәр хеҙмәткәргә федераль хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмендәге сумма, йәғни 12 мең 792 һум, түләргә ҡарар итте.
Ғаризаны 1 ноябрҙән 15 декабргә тиклем шәхси кабинет аша Федераль һалым хеҙмәтенә (nalog.ru) тапшырыу кәрәк. 15 ноябрҙән түләүҙәр башланасаҡ. Аҡсаны кире ҡайтарыу талап ителмәй, уны үҙ ихтярың буйынса файҙаланырға мөмкин. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектысиктәрендә тормошҡа ашырыла.