Илдә мөһим сара бара. Бер ай дауамында, 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем халыҡ иҫәбен алыу ойошторола. Уның маҡсаты нимәлә икәнлеге хаҡында Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры, фәлсәфә фәндәре кандидаты, доцент Абдрахманов Данияр Мәүлийәр улы яуап бирә.
“Әлбиттә, тәү маҡсат булып, илдә, айырым бер ҡалала, ауылда күпме кеше йәшәгәнен белеү тора. Бөгөнгө көндә, демографик хәл ҡатмарлашҡан заманда, халыҡтың йәш үҙенсәлегенән сығып һығымта яһарға мөмкинлек бирәсәк. Сөнки, киләсәк – йәштәр ҡулында.
Бынан тыш, ошо һандар илдең тын алышын, йәшәйешен дә күрһәтә. Был киләсәктә сәнәғәт ҡайҙа аҡһай, шунда киләсәктә төрлө дәүләт программалары аша ярҙам итеү мөмкинлеге лә бирәсәк”, - ти ул.