Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
2 Ноябрь 2021, 06:00

Оло йөрәкле әҙиптең йәне йәннәттә булһын

Мостай Кәрим исемендәге Фонд күренекле прозаик, һүҙ оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың вафат булыуы сәбәпле яҡындарының, ижадташтарының һәм уның әҫәрҙәрен яратып уҡыған уҡыусыларының тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша.

Әҙип беҙгә башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына хәҙерҙән үк ингән оло ижади мираҫ ҡалдырҙы. Уның яҙыусылыҡ дарманы үҙ халҡының рухы, мәҙәни традицияларынан һәм Ишембай яҡтарының матурлығынан яралған.
Туған илен һәм йәнтөйәген тәрән һөйөүе, ере һәм тәбиғәте өсөн борсолоуы, кеше яҙмыштарын һәм холоҡтарын аса белеүе, яҡшылыҡҡа һәм ғәҙелеккә ихлас ышаныуы, һәм, әлбиттә – теленең байлығы, оҫта тасуирлай белеүе менән ул бер-нисә быуын уҡыусылары өсөн иң уҡымлы яҙыусыларҙан һаналды. Оло ихтарамға лайыҡ аҡһаҡалыбыҙ үҙ ғүмерендә үк башҡорт әҙәбиәте классигы тип танылды. Уның һайлаған ижади юлына мөкиббән китеп, күп итеп эшләй белеүе әҙәбиәтселәрҙең йәш быуыны өсөн матур үрнәк.
Оло йөрәкле әҙиптең йәне йәннәттә булһын.
Мостай Кәрим исемендәге Фонд директоры Әлфиә Кәримова.

Оло йөрәкле әҙиптең йәне йәннәттә булһын
Оло йөрәкле әҙиптең йәне йәннәттә булһын
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас