Республика Башлығы Радий Хәбиров “Уңыш” конкурсында еңгән 20 ауыл хужалығы хеҙмәткәренә яңы машина асҡысын тапшырҙы. Lada Niva-ға эйә булыусылар араһында Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Эдуард Зөбәйеров бар. Ул Туймазы районында иген урыуҙа ҡатнашҡан. Учалы районы “Байрамғол” агрофирмаһы комбайнсыһы Әлим Хөснуллин шулай уҡ яңы автомобилгә лайыҡ булды. Быйыл ул 1 мең 400 тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алған.
Ауыл хужалығы тармағын үҙгәртеп ҡороу маҡсатынан яңы техника һатып алына. Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙҙең республика лизингҡа техника ҡайтарыу буйынса илдә өсөнсө урында. Быйыл республикала 2 миллион 100 мең тонна ашлыҡ йыйылды. Ауыл хужалығында тауар әйләнеше 9 айҙа 117 миллиард һум булған.



