Республика Статистика хеҙмәтенән шул турала хәбәр итәләр. Иҫәп алыу ял көндәрендә лә дауам итә. 14 ноябргә тиклем мәғлүмәт йыйыла. Быйылғы кампанияла һанлы технологиялар әүҙем ҡулланыла. Иҫәп алыусыларға компьютер планшеттары таратылды. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша үҙ аллы анкета һорауҙарына яуап бирергә була. Хәҙерге Рәсәй тарихында халыҡ иҫәбен алыу өсөнсөгә ойошторола. Советтар Союзы ваҡытында ул ете тапҡыр булған. Өфөнән Энгель Зәйнетдинов 1959 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа эшләгән. 60 йыл элек үткән сараны ул ошолай хәтерләй.
"Илле туғыҙынсы йылда мин Нефть институтында бишенсе курста уҡыған саҡта ғинуар айында йән иҫәбен алыуҙа ҡатнаштым. Минең участокта - Черниковка ҡалаһында Башҡаортотсанға күсеп килгән староверҙар йәшәй ине. Уларға дин буйынса үҙҙәренең ғаиләһен йәниҫәпкә индерергә ҡушылмаған. Унда күпселге шәхси йорттар, барыһының да эте бар. Индермәйҙәр ине. Шуның өсөн бик ауырға тура килде", - тип хәтерләй ул.
Башҡортостанда 3 миллиондан ашыу кеше йәниҫәптә ҡатнашҡан.



