Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
3 Ноябрь 2021, 04:55

Бушлай интернет уҙғарыу мөмкинлеге бар

“Цифрлы иҡтисад” милли проектына ҡараған “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проектының төп маҡсаты - төрлө ҡатлам кешеләре өсөн уңайлы һәм ҡулай конкурент һәләтле ныҡлы, хәүефһеҙ инфраструктура булдырыу.

Дүртөйлө районы "Уңайлы интертнет" проектына ҡушылды. Был программа ярҙамында Дүртөйлө районының дүрт ауылындағы  ете йөҙ шәхси йорт бушлай юғары тиҙлекле  интернет уҙғара аласаҡ.  “Цифрлы иҡтисад” милли проектына ҡараған “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проектының төп маҡсаты  - төрлө ҡатлам кешеләре өсөн уңайлы һәм ҡулай конкурент һәләтле ныҡлы, хәүефһеҙ инфраструктура булдырыу. Был  хатта төпкөл ауылдарҙа ла сифатлы заманса цифрлы ҡорамалдар менән ҡулланырға мөмкинлек бирә. “Дүртөйлө районының дүрт ауылында яңы оптик селтәрҙәр төҙөнөк. Был ауылдарҙа йәшәүселәр бушлай юғары тиҙлекле интернет уҙғара ала. Бының өсөн компания хеҙмәткәрҙәренә заявка ҡалдырырға кәрәк йәки 8-800-1000-800 телефонына шылтыратыу талап ителә ”  - ти “Башинформсвязь” хеҙмәткәрҙәре

#Национальныепроекты

#Миллипроекттар

 

Бушлай интернет уҙғарыу мөмкинлеге бар
Бушлай интернет уҙғарыу мөмкинлеге бар
Автор:
Читайте нас