Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
3 Ноябрь 2021, 12:45

Хәҙер ҡыҙҙар үҙе килә, Барып алаһы ла юҡ.

Был таҡмаҡ һаман да актуаль.

Ҡыҙҙар кейә ҡыҙыл ыштан,

Беҙгә ҡараһы ла юҡ.

Хәҙер ҡыҙҙар үҙе килә,

Барып алаһы ла юҡ.

Билдәле булыуынса, көслө заттарға ҡытлыҡ һәр осорҙа ла күҙәтелгән. Башҡортостанда 2021 йылға ҡарата иҫәп лаыу барышында ла был мәғлүмәт тағы ла раҫланған. Әлеге ваҡытта 100 ир-атҡа 113 ҡатын-ҡыҙ тура килә.

Әммә билдәле бер йәш арауығында үҙгәрештәр ҙә булып ала икән. Мәҫәлән, 30 – 34 йәшлектәр араһында 100 ир-атҡа 97 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Тик 60 йәштән һуң был һандар ҡырҡа үҙгәрә лә ҡуя. 100 ир-атҡа 167 ҡатын-ҡыҙ барлығы иҫәпләнгән. Ысынлап та, көслө заттарҙың күптәре хаҡлы ялға ла сығып өлгөрмәйенсә гүр эйә була ла ҡуя шул. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һаман пенсия йәшен арттырабыҙ, тип ҡаңғырталар.

Хәҙер ҡыҙҙар үҙе килә, Барып алаһы ла юҡ.
Хәҙер ҡыҙҙар үҙе килә, Барып алаһы ла юҡ.
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас