Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
4 Ноябрь 2021, 13:10

Ҡала халҡы менән хушлашыуына бер ай ҙа булмаған...

“Ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем”, - тигән ул.

Өфөләге Республика клиник дауаханаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының элекке мэры Владимир Куликов вафат булған. Ауыр сирҙән йонсоған элекке етәксе 5 йыл дауамында Стәрлетамаҡ ҡалаһын етәкләгән һәм ағымдағы йылдың 8 октябрендә вазифаһынан китер алдынан: “Әлбитә, күп нәмәне эшләргә лә эшләргә әле. Ҡала – ул тере организм, һәр ваҡыт үҫеү юлында. Мин ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләнем”, - тип халҡы менән хушлашҡан.

 Владимир Куликов 1966 йылда Стәрлетамаҡта тыуған.  ӨДНТУ-ла инженер-механик һөнәрен үҙләштерә. 1992 йылдан Стәрлетамаҡта ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлегендә төрлө вазифалар башҡара.

Ҡала халҡы менән хушлашыуына бер ай ҙа булмаған...
Ҡала халҡы менән хушлашыуына бер ай ҙа булмаған...
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас